Октябрҙә бер нисә дилер үҙәк ошондай документтарҙы бирә башлаясаҡ. Сауҙалағы сығанаҡ Renault француз компанияһының был сараға июлдә үк әҙер булыуын, тик клиенттарҙың теркәүҙәге ҡатмарлыҡтарҙан ҡурҡыуын иҫәпкә алып, туҡталғайны.
Электрон паспорттың 2019 йылдың 1 ноябренән мотлаҡ буласағын билдәләйек. Яңы ҡағиҙә буйынса машинаны паспорт буйынса ғына түгел, шулай уҡ шәхестең ваҡытлыса таныҡлығы менән дә (паспортты юғалтҡан осраҡта) теркәргә мөмкин. Файҙаланылған иҫке номерҙы дәүләт инспекцияһында 180 көн түгел, йыл дауамында һаҡларға була.
Рәмил АЙЫТОВ, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы бүлеге начальнигы.