ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Октябрь 2018, 14:35

Яҙмышымдан, яҡташтарымдан уңдым

Йырҙа йырланғанса, тормош юлдары ҡатмарлы, әҙәм балаһы Ер йөҙөнә һынау өсөн килгән, ана шул ҡаршылыҡтарҙы яңылышмай лайыҡлы үтеп сығыуың ғүмер юлында осраған кешеләргә бәйле.

Йырҙа йырланғанса, тормош юлдары ҡатмарлы, әҙәм балаһы Ер йөҙөнә һынау өсөн килгән, ана шул ҡаршылыҡтарҙы яңылышмай лайыҡлы үтеп сығыуың ғүмер юлында осраған кешеләргә бәйле. Ул яҡтан мин үҙем уңдым. Нөгөш урта белем биреү мәктәбендә директор урынбаҫары, һуңынан директор булып эшләгән Алик Гайсин - шундай изге йәндәрҙең береһе. Тормошто аңлауҙа уҡытҡан уҡыусыларынан йыраҡ китмәгән, уның насар яҡтарын бөтөнләй күҙ алдына килтермәгән 18 генә йәшлек ҡыҙ өсөн хеҙмәт юлына аяҡ баҫҡанда остаз булды.
Хәҙер ул хаҡлы ялда булһа ла, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып йәшәй. Бөгөн әңгәмәбеҙ Нөгөш ауылы старостаһы Алик Ғайсин менән.
- Алик Әхәт улы, Һеҙҙе белмәгән кеше һирәктер, шулай ҙа гәзит уҡыусыларын үҙегеҙ менән яҡынданыраҡ таныштырып китегеҙ әле?
- Нөгөш һыуһаҡлағысына нигеҙ һалынғас, атайым менән әсәйем Ейәнсура районынан төҙөлөшкә эшкә килә. Биш балаға ғүмер бүләк итә улар. Ә беҙ ҡатыным Наилә менән бер ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек. Инде үҙҙәре - атай, әсәй, беҙҙе 3 ейән, 2 ейәнсәр менән һөйөндөрҙөләр. Икеһе лә юғары белемле. Улар башҡа юлды һайланы. Мин үҙем мәктәптән һуң атай кәңәшен тотоп, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика- математика факультетын тамамланым. Хеҙмәт юлын Нөгөш мәктәбендә башланым. Өс сығарылыштан һуң директор урынбаҫары итеп күтәрҙеләр. Тағы 11 йыл эшләгәс, 1991 йылдан мәктәпте етәкләнем. Шулай уҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булырға ла тура килде.
Айзирәк ИШБУЛАТОВА әңгәмәләште.
Материалдың тулы вариантын гәзиттең 86-сы һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: