Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы етенсе саҡырылыш депутаты Зариф Байғусҡаров Мәләүездә эш сәфәрен граждандарҙы ҡабул итеүҙән башланы.
Урында сиселеш тапмаған, төрлө инстанциялар тупһаһын тапап арығандар был көндә депутаттан ярҙам һораны. Ике бала тәрбиәләгән ҡатын оҙаҡ йылдар иренән алимент алмауы тураһында һәм торлаҡ мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт итте.
Восточный ауылында яңы асылған “Илһам” ансамбле ағзалары депутаттан милли сәхнә костюмдары алырға булышлыҡ итеүен һораны. Әңгәмәнән һуң Зариф Закир улы һорауҙың ыңғай хәл ителешенә ышандырҙы.
Материалдың тулы вариантын гәзиттең 88-се һанында уҡығыҙ.