Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Ноябрь 2018, 12:56

Етди бурыстарҙы бойомға ашырыу

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтары менән видеоселектор кәңәшмә үткәрҙе.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтары менән видеоселектор кәңәшмә үткәрҙе. Унда йылылыҡ менән тәьмин иткән ойошмаларҙың "Газпром" йәмғиәтенә бурысы, урындағы үҙидаралыҡ органдары инвестиция эшмәкәрлеге һәм республика министрлыҡтары, ведомстволарының федераль бюджеттан саралар йәлеп итеү буйынса эше буйынса фекер алыштылар. Бер нисә район башлығы газ буйынса бурысты ҡаплау тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Унда шулай уҡ коммуналь хеҙмәттәрҙең ҡышҡылыҡҡа әҙерлеге, юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булғандар һаны артыу мәсьәләләре күтәрелде.
Бынан тыш, Радий Фәрит улы көньяҡ-көнбайыш райондарына сәфәре һөҙөмтәләре тураһында сығыш яһаны. Республикала законһыҙ эшләгән карьерҙар эшмәкәрлеген туҡтатыу мөһимлеген билдәләне. Был проблема менән шөғөлләнеү өсөн махсус комиссия төҙөләсәк. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау темаһын дауам итеп, Радий Хәбиров Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына урман һәм хайуандар донъяһына ҡағылышлы проблемаларҙы хәл итеү бурысын йөкмәтте.
Читайте нас: