ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ноябрь 2018, 11:35

Еңеү ошонда башлана

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров эш сәфәре барышында “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Балалар спорты” проекты сиктәрендә капиталь ремонтланған Һарыш мәктәбе спорт залын ҡараны.

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров эш сәфәре барышында “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Балалар спорты” проекты сиктәрендә капиталь ремонтланған Һарыш мәктәбе спорт залын ҡараны. Бөгөн бында 156 уҡыусы белем ала, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә. Уҡыуҙа ғына түгел, спорт ярыштарында ла һынатмай улар. Йәштәрҙең ауылда ҡалыуы, нигеҙ ҡороуы тораҡ пункттың тотороҡло үҫешенә ишара.
“Спорт залы балалар өсөн генә түгел, йәштәр өсөн дә асыҡ булыуына ышанам. Ул холоҡ формалашыуына булышлыҡ итә. Мин дә - ауыл малайы. Спорт менән даими шөғөлләндем, әле лә ташламайым, ул миңә тик ыңғай йоғонто яһай. Күреп торам, бында бөтә шарттар булдырылған: яҡты, йылы, иркен. Милләт киләсәген күҙаллап, һеҙҙе сәләмәтлекте күҙаллап, ошондай эш башҡарыбыҙ. Районда төрлө проекттар әүҙем тормошҡа ашырыла, ФАП-тар, юлдар, уйын майҙансыҡтары сафҡа тапшырыла, ремонтлана. Кескәй еңеүҙәр тап ошонда башлана, алда һеҙҙе уның тағы ла олораҡтары көтһөн”, - тине. Депутат буш ҡул менән килмәгән, балаларға туп йыйылмаһы бүләк итте.
Район Хакимиәте башлығы урынбаҫары Геннадий Шлычков, мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов үҙ сығыштарында балаларға уҡыуҙа ла, ярыштарҙа ла уңыштар теләне, һаҡсыл булыу мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Һарыш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рафаил Булатов телмәрен спорт залының элек һәм бөгөнгөһөн сағыштырыуҙан башланы. Биләмәлә спортҡа иғтибар тағы ла артасағын белдерҙе.
Балалар ҡунаҡтарға көрәш, волейбол буйынса күрһәтмә сығыш тәҡдим итте. Саранан һуң күмәкләп иҫтәлеккә фотоға төштөләр.
Читайте нас: