Күптәр, ЗАГС бүлеген туй тантаналары менән шөғөлләнгән хеҙмәт тип уйлап, төптө хаталана. Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлеге кеше яҙмышының иң мөһим ваҡиғаларына бәйле. Йәғни кешенең тыуғандан алып үлеменә тиклем тормошондағы барлыҡ хәл-ваҡиғаны документлаштырыуға кәрәк булған мөһим этаптарҙы үҙ эсенә ала. Шул уҡ ваҡытта был һөнәр эйәләренә уҡытыусы ла, психолог та, юрист та, артист та булырға тура килә. Ҡаланың ЗАГС бүлегендә тәжрибәле, үрҙә телгә алынған сифаттарға эйә булған үҙ эшенең оҫталары эшләй. Лилиә Менчикова етәксе вазифаһын инде байтаҡ башҡара. Бүлектең әйҙәүсе белгестәре, Светлана Сәғәҙиева, Ольга Ярославцева, Наталья Билалова - был өлкәлә тиҫтә йылдар тәжрибә туплаған, эшенең бөтә нескәлектәрен аңлаған хеҙмәткәрҙәр.