ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь 2018, 16:42

Дауаханалар 23 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле алды

Башҡортостандың ҡала һәм район дауаханалары 20 декабрҙә 23 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле алды.

Башҡортостандың ҡала һәм район дауаханалары 20 декабрҙә 23 ашығыс медицина ярҙамы автомобилдәрен алды. Техника асҡыстарын тапшырыу тантанаһы Өфөләге «Торатау» конгресс-холы янындағы майҙанда уҙҙы. Республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова Башҡортостан өсөн яңы автомобилдәр һатып алыу һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә әһәмиәтле ваҡиға булыуын билдәләне.

«Бөгөн беҙ федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә һатып алынған ашығыс медицина ярҙамы автомобилдәре асҡыстарын тапшырҙыҡ. Бөгөн тәүге 23 автомобиль район-ҡалаларыбыҙға оҙатыла (федераль ҡаҙнанан бөтәһе 49 автомобиль килә – авт. иҫкәрмәһе). Был кешеләрҙең тормошон яҡшыртыр, автомобилдә үк тәүге ярҙам күрһәтергә, ябай ғына тикшереү сараларын башҡарырға мөмкинлек бирер. Шуныһы ла мөһим — был пациенттар өсөн генә түгел, ә табиптар һәм водителдәр өсөн дә уңайлы», — тине Ленара Иванова. Уның һүҙҙәренсә, республика хөкүмәтенән тағы 172 ашығыс ярҙам автомобилен һатып алыу өсөн аҡса бүленгән, был төбәктең район-ҡалалары автопарктарын һиҙелерлек тулыландырырға һәм яңыртырға тейеш. Ленара Иванова һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин менән бергә республика дауаханаларының баш табиптарына 23 яңы махсус машина асҡыстарын тапшырҙы. Тулы приводлы «УАЗ»дар Йылайыр, Ишембай, Мораҡ, Нуриман, Малаяҙ үҙәк район дауаханаларына юлланды. «Ашығыс» «ГАЗ»дарҙы Октябрьский ҡалаһының 1-се дауаханаһы, Салауат ҡалаһы дауаханаһы, Сибай ҡалаһының үҙәк ҡала дауаханаһы, Туймазы, Бишбүләк, Языков, Иглин, Мәләүез, Баймаҡ, Аҡъяр, балтас, Балаҡатай, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Раевка, Үрге Тәтешле, Яңауыл, Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханалары алды.
Читайте нас: