Урман кодексының 32-се статьяһына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, ҡороған ағастар урман ресурсына инмәй. Гәзит уҡыусыларының һорауҙарына аңлатма бирәбеҙ.
Закондағы үҙгәрештәрҙең авторҙашы булараҡ, социаль селтәрҙәрҙә был закон һәм минең турала барған кире хәбәрҙәргә иғтибар итмәүегеҙ һорала.
Түбәндәге һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүселәр бихисап:
- Уға елгә йә ҡар ауырлығынан ауған, ҡороған йә төрлө сирҙән зыян күргән ағастар инә.
2. Уларҙы әҙерләр өсөн ризалыҡ алырға кәрәкме?
- Йыйыр өсөн ҡайҙандыр рөхсәт алыу, кемгәлер хәбәр итеү кәрәкмәй.
3. Бысҡы, балта ҡулланырға рөхсәтме?
- Үҙең менән бысҡы, балта алырға ярай. Уның өсөн бер ниндәй тыйыу юҡ. Йығылған ағасты алып ҡайтыу өсөн бер нисә өлөшкә бүлергә лә кәрәк бит.
4. Йығылған ағасты ҡасан әҙерләргә?
- Урманға янғын хәүефе янамаған осорҙа уны йылдың һәр миҙгелендә лә әҙерләп була.
5. Йығылған ағасты ҡайҙа әҙерләргә мөмкин?
- Махсус делянка, ағас ҡырҡыу эштәре барған ерҙә, алдан әҙерләнгән ағастар өйөлгән урындарҙа әҙерләргә ярамай.
Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, граждандар бер ниндәй бюрократик ҡаршылыҡһыҙ утынға, хужалыҡтағы башҡа эштәргә лә кәрәге тейерҙәй ағас алыу мөмкинлегенә эйә. Был урманда янғын хәүефһеҙлеген дә кәметәсәк, ҡоротҡос бөжәктәр үрсеүенә лә юл ҡуймаясаҡ.
Тағы ла иғтибарығыҙҙы йәлеп итәбеҙ: үҫеп ултырған ағасты махсус йығырға, киҫергә ярамай! Был осраҡта административ штраф һәм килтерелгән зыян өсөн енәйәт эше ҡаралған. Йығылған ағастарҙы әҙерләгәндә, ботаҡтарҙы ла ҡалдырмай, ошо урынды тәртиптә тоторға кәрәк.
Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министрлығының уҙған йылдың 26 декабрендә территориаль бүлектәргә ебәрелгән хаты ғәмәленән сыҡты, тип иҫәпләргә. Бөгөн законды ҡулланыу буйынса министрлыҡ тарафынан яңыһы әҙерләнде. 12 ғинуарҙа БР Урман хужалығы министрлығы менән булған осрашыуҙа һорауҙарға яуап табылды.
Төрлө ҡаршылыҡтар тыуһа йәки һорауҙарығыҙ булһа, Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса мөрәжәғәт итергә.
Зариф БАЙҒУСҠАРОВ, РФ Дәүләт Думаһы депутаты.