ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Февраль 2019, 14:31

Төбәк операторына һорау бармы

“Йыл башынан төбәктәр ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләүҙең яңы системаһына күсте. Әгәр ҙә ул тик сүп-сар сығарыуға хаҡ артыуы ғына икән - был эш түгел, ә профанация. Халыҡ нимә өсөн түләгәнен белергә, ысынбарлыҡта ниндәй ыңғай үҙгәрештәр булыуын күрергә тейеш. Ҡалдыҡтар менән эш итеүҙә, уны сығарыу, эшкәртеүҙә заманса, хәүефһеҙ система булдырыу мөһим”. (РФ Президенты Владимир Путин Мөрәжәғәтнамәһенән). Һеҙҙә лә Төбәк операторына һорауҙар барлыҡҡа килдеме? Гәзиттең һәр һанында иң күп бирелгәндәренә яуап бирәсәкбеҙ.

“Йыл башынан төбәктәр ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләүҙең яңы системаһына күсте. Әгәр ҙә ул тик сүп-сар сығарыуға хаҡ артыуы ғына икән - был эш түгел, ә профанация. Халыҡ нимә өсөн түләгәнен белергә, ысынбарлыҡта ниндәй ыңғай үҙгәрештәр булыуын күрергә тейеш. Ҡалдыҡтар менән эш итеүҙә, уны сығарыу, эшкәртеүҙә заманса, хәүефһеҙ система булдырыу мөһим”.
(РФ Президенты Владимир Путин Мөрәжәғәтнамәһенән).
Һеҙҙә лә Төбәк операторына һорауҙар барлыҡҡа килдеме? Гәзиттең һәр һанында иң күп бирелгәндәренә яуап бирәсәкбеҙ.
Һорау-яуап
“Төбәк операторы” на ҡыҙыу бәйләнеш телефонына иң күп йүнәлтелгән һорауҙарҙың бер нисәһе:
- Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыуға Килешеүҙе ҡайҙа һәм нисек төҙөргә? Ниндәй документтар кәрәк?
- 1 ғинуарҙан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу, эшкәртеү һәм күмеү һыу, йылылыҡ менән тәьмин итеү коммуналь хеҙмәттәренә тиңләштерелә, йәғни ай һайын түләү талап ителә.
3-сө зонаны хеҙмәтләндергән “Төбәк операторы” менән Килешеү булыу мөһим. Уның проекты “Республика Башкортостан” гәзитенең 2019 йылдың 22 ғинуарында (№ 8) www.roecocity.ru сайтында, шулай уҡ район-ҡала хакимиәте сайтында бирелгән.
Ҡағиҙәгә ярашлы, ҡулланыусы ғариза яҙмаһа ла, төбәк операторы рәсми сайтында Положение сыҡҡандың 16-сы көнөндә Килешеү төҙөлгән тип һанала.
Район-ҡала халҡы килешеүҙе “Энергосбыт” компанияһы офисында төҙөй ала. Шулай уҡ www.roecocity.ru сайтында ла мөмкин. Ғаризаға йорт милексеһенең паспорт күсермәһе, рәсми теркәлгәндәр тураһында белешмә, милеккә хоҡуҡты раҫлаған документ (әгәр хужа урынына икенсе кеше барһа, уның исеменә ышаныс ҡағыҙы) кәрәк буласаҡ.
Күп фатирлы йорттарҙа Килешеүҙе төбәк операторы РФ Хөкүмәтенең 1156-сы Ҡарарының 8.1 пункты “а” өлөшөнәярашлы, туранан-тура идарасы компания менән төҙөй. Шулай уҡ милекселәр дөйөм йыйылышта шәхси Килешеү төҙөү тураһында хәл итеү хоҡуғына эйә, был осраҡта улар түләүҙе Идарасы компанияға түгел, төбәк операторына күсерә.

Читайте нас: