Йәшәйеште торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең эҙмә-эҙлекле һәм тынғыһыҙ эшенән тыш тормошто күҙ алдына килтереп булмай, көнкүрештәге именлек уларға бәйле. Тармаҡтың өҙөклөкһөҙ эшләүе милекселәргә уңайлыҡ, таҙалыҡ, тәртип нигеҙе булып һанала. Һөнәри байрам алдынан “Альфа” идарасы компанияһы (элекке“Жилищник” йәмғиәте) етәксеһе Валерий МИЦУКОВҠА бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
- Валерий Анатольевич, тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрам алдынан кәйефтәре нисек? Бөгөнгө уңыштар нимәгә бәйле?
- 2010 йылда ни бары ике йорт менән идара итеүҙән башланған эшмәкәрлек - бөгөн үҫеш юлында, беҙҙең ҡарамаҡта 41 күп фатирлы йорт иҫәпләнә. Улар ҡаланың төрлө урамдарында урынлашһа ла, милекселәргә үҙ хеҙмәтебеҙҙе ваҡытында күрһәтәбеҙ. Ҡарҙың башҡа йылдарҙан айырмалы күпләп яуыуы тармаҡта ауырлыҡтар тыуҙырмай ҡалманы, әлбиттә, әммә ҡыҫҡа ваҡыт арауығында тәжрибә тупларға өлгөргән татыу коллектив өсөн был ҡаршылыҡ түгел. Ҡыштың беренсе айында ҡыйыҡтарҙы, юлдарҙы таҙартыуға ҙур иғтибар бүлдек, байрам осоронда өҙлөкһөҙ эшләнек. Хәүефһеҙлек шарттарына ярашлы, һауа температураһы йыш алмашыныуға бәйле ҡыйыҡтарҙа барлыҡҡа килгән боҙбармаҡтарҙан таҙартыуға альпинистарҙы йәлеп итәбеҙ. Тап беҙҙең компанияға ҡараған йорттар алдындағы машина ҡуйыу урындары, балалар майҙансыҡтары, тротуарҙар таҙалығына иғтибарығыҙҙан ситтә ҡалмайҙыр.
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 22-се һанында уҡығыҙ.