Конгэк
+2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Апрель 2019, 19:27

Һеҙҙә нисә канал күрһәтә?

Быйылдан федераль каналдар һанлы тапшырыу алымына күсте. Өҫтөнлөктәренә килгәндә, уны һайлаусылар абонент хаҡы түләмәй, йәғни бушлай 20 канал ҡарай ала.

Быйылдан федераль каналдар һанлы тапшырыу алымына күсте. Өҫтөнлөктәренә килгәндә, уны һайлаусылар абонент хаҡы түләмәй, йәғни бушлай 20 канал ҡарай ала.
2014 йылға тиклем сығарылған телевизор булғанда антенна һәм приставка һатып алырға тура киләсәк, уның хаҡы уртаса 700-2500 һум. Һанлы сигнал сифатына һауа торошо йоғонто яһамай. Улар “Техно” магазинында, Ирәмәл” сауҙа үҙәгендә, баҙарҙа һәм башҡа сауҙа нөктәләрендә һатыла. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, социаль пенсия алған пенсионерҙар һатып алынған ҡоролма өсөн компенсацияға дәғүә итә ала.
Һорауҙар барлыҡҡа килһә, төбәк консультация үҙәгенең 8 347 2464578 номерына шылтыратып, ҡабул итеү ҡоролмаһын һайлау, урынлаштырыу буйынса ярҙам алырға мөмкин. Шулай уҡ 8-800-220-2002 (“ҡыҙыу линия”) телефонына шылтыратырға була.
“Көнгәк” гәзитендә был турала мәғлүмәт бер нисә тапҡыр бирелде, алдағы көндәрҙә лә был йүнәлештә мәғлүмәт йәһәтенән байытырбыҙ тип уйлайбыҙ.
Һанлы телевидениеға күстегеҙме әле?
Әминә Йәмилова:
- Быға тиклем икенсе канал ҡарай инем. Әле лә телевизор алдында һирәк ултырам, күҙем ауырта. Пенсионерҙың һәр тине һанаулы, буш канал, әлбиттә, беҙҙең файҙаға.
Артур Ғүмәров, эшсе:
- Мин дә һанлы тапшырыу каналына күстем. Көн оҙоно эштәбеҙ, ял көндәре ауылда. Хәҙер баҡса эштәре башлана, ҡайҙа инде телевизор ҡарау. Беҙҙең ғаилә өсөн был уңайлы, юлдаш телеканалы күрһәтһә, бигерәк шәп булыр ине.
Мансур Ғималетдинов:
- Миңә хоккей күрһәткән канал булһа, шул еткән. Матч ТВ бар , унда спорт яңылыҡтары күрһәтелә, балаларға “Карусель”, ҡатынға “ТНТ” кәрәк. Беҙ универсаль антенна ғына һатып алдыҡ.
Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА әҙерләне.
Читайте нас: