ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Апрель 2019, 17:52

Ағинәйҙәр өмәгә ҡушылды

Үрге Юлдаш ауылы ағинәйҙәре районда һәр ваҡыт әүҙемлектәре менән айырыла.

Үрге Юлдаш ауылы ағинәйҙәре районда һәр ваҡыт әүҙемлектәре менән айырыла.
Республикала төҙөкләндереү айлығы иғлан ителеү менән уны күтәреп алдылар. Үткән аҙнала улар кистән йыйылып һөйләштеләр ҙә, иртәгеһенә иртүк эш ҡоралдары менән Ағиҙел ярын йыйыштырырға сыҡты. Альмира Юлтимерова, Рәшиҙә Камалова, Бәширә Айытова, Баныу Аҡсурина, Тәнзилә Заһиҙуллина, Таңһылыу Мәжитова үҙҙәренең ошо ҡылығы менән ауылдаштарына, йәштәргә матур өлгө күрһәтте. Ауылдан алып көтөүлеккә тиклем байтаҡ араны сүп-сарҙан таҙартты. Был изге башланғыстарын йыл әйләнәһенә дауам итергә әҙер улар. Ағинәйҙәрҙән өлгө алып, һәр кем үҙ ихатаһын ғына түгел, тораҡ пункт тирәһен, йылға буйын төҙөкләндереүгә, йәшелләндереүгә үҙ өлөшөн индерһә, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине.
Марсель ҠОТЛОГИЛДИН, ауыл старостаһы.
Читайте нас: