Конгэк
+16 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Май 2019, 13:31
Ғаиләм - ҡәлғәм, тип юҡҡа әйтмәйҙәр
Ғаилә көнө сағыштырмаса яңы байрам. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, иҫтәлекле даталар араһында ныҡлы урын алды һәм уның сиктәрендә 15 майҙа төрлө саралар ойоштороу изге йолаға әүерелде.
Ғаилә көнө сағыштырмаса яңы байрам. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, иҫтәлекле даталар араһында ныҡлы урын алды һәм уның сиктәрендә 15 майҙа төрлө саралар ойоштороу изге йолаға әүерелде.
Мәләүездәр ҙә уны киң билдәләй. Район-ҡаланың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы башланғысы менән йыл һайын төрлө ижади конкурстар, мәҙәни саралар үткәрелә. Быйыл да традициянан ситләшмәнеләр. Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайы алдында сағыу байрам ойошторҙолар.
Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Жанна Ғәйетҡолова сараға килеүселәрҙе тәбрикләп, йәмғиәттә ғаиләнең роле баһалап бөткөһөҙ ҙур, уның тынғыһыҙ эш көнөнән һуң ял итеү, һөйөнөс-көйөнөстәр менән бүлешеү, терәк-таяныс тойоу урыны булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Сығышы һуңында байрам сиктәрендә ойошторолған ҡул эштәре, һүрәт төшөрөү, дизайн буйынса конкурстарҙа еңеүселәргә дипломдар тапшырҙы. Йылдағыса унда балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре әүҙем ҡатнашты.
Ҡотлау һүҙҙәре менән райондың эшҡыуарҙар берекмәһе рәйесе Гүзәл Суслова, спорт ярыштары бағымсыһы Хәйҙәр Зөбәйеров сығыш яһаны. Сара ижад һарайы тәрбиәләнеүселәре әҙерләгән концерт номерҙары менән үрелеп барҙы һәм сағыу байрамға әйләнде.
Ләйсән СӘЛИХОВА.
Һүрәттә: “Минең ғаиләм донъяһы” һүрәттәр конкурсында икенсе урын алған Илмир Яппаров әсәһе һәм һылыуы Алина менән.
Автор фотоһы.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?