Ҡатын, ҡороған йүкә ағасына тотоноп, тирә-яғын күҙәтте. Аҙымы һәлмәк, көҙҙән ҡойолған япраҡтар өҫтөндәге ҡыуарған нәҙек ботаҡтар аяҡҡа үрмәксе ауы һымаҡ уралып, атларға ҡамасаулай. Ауыртыу йышыраҡ ҡабатланған һайын күңелде шом баҫа. Хәүеф өҫтәп, яҡында ғына кәкүк ҡысҡыра. Аңлатып бирә алмаған һыҙланыуҙан күккә ҡарап ҡысҡырғы, кемде лә булһа ярҙамға саҡырғы килә.
Юл ярып атлай торғас, Сәскәнең ҡулдарын ғына түгел, битен ағас ботаҡтары һыҙырып бөттө. Әллә ауыртыуҙан, әллә эске тойомлау менән алда нимә булырын белмәүҙән ҡатындың тәне үҙ тиренә беште.
- Тағы бер ынтылам да, ял итеп алам...
Әммә ауырлыҡ менән яһалған аҙымдар менән хәрәкәт итеү ҡыйыныраҡ шул.
- Булмай, ошонда йығылам. Уф аллам, анау алдағы шыршы төбөнә етһәм... Һыҙланыуҙан күҙ алдары ҡараңғылана бара, йөрәге күкрәк ситлегенән сығып, төпһөҙ күк киңлегенә осорҙай тойола.
Сәскә ҡултыҡ аҫтындағы төргәкте йәйектәр өҫтөнә бәреп, һарғайған энәләр һибелгән күләгәле урынға ауҙы. Ағас олононан ағып кипкән һары сайырҙы һындырып тештәре менән иҙҙе. Ауыҙына таралған әскелтем тәм тын юлдарын киңәйткәндәй булды.
Тәбиғәттә шашынып, ҡоштар тауышына күмелеп яҙҙың өсөнсө, һуңғы айы дауам иткән мәл.
Ҡайһы ваҡыт үҙ балаһын да ташлап киткән алйот зат була.
Бөтә тәнде ауыртыу биләне, ҡысҡырыр ине - һыуһауҙан теле аңҡауына йәбешкәндәй, тамаҡ төбөнән тик ыңғырашыуҙы белдергән өн генә ишетелә. Биле менән аяҡтарын һиҙмәй ҡатын, уларҙы ауыр суйын менән ниндәйер көс аҫҡа тартҡандай тойола.
Дауамын гәзиттең 40-сы һанында уҡығыҙ.