Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Август 2019, 17:19

Исемдәрең матур, кем ҡушҡан?

Урта йәштәге гәзит уҡыусыбыҙ үҙенең исемен яратмауы, уны алмаштырырға ярау-ярамауы тураһында кәңәш һорағайны. Шул теманы асыҡлау маҡсатында, төрлө күҙлектән тикшереп ҡарарға булдыҡ.

Урта йәштәге гәзит уҡыусыбыҙ үҙенең исемен яратмауы, уны алмаштырырға ярау-ярамауы тураһында кәңәш һорағайны. Шул теманы асыҡлау маҡсатында, төрлө күҙлектән тикшереп ҡарарға булдыҡ.
Ҡаланың ЗАГС хеҙмәткәре Ольга Ярославцева әйтеүенсә, Федераль Закондың “Гражданлыҡ хәле акттары тураһында” 58-се статьяға ярашлы, 14 йәше тулған кешенең үҙ исемен үҙгәртергә хоҡуғы бар. Йәшәү урынында йә иһә уның донъяға килеүе хаҡында дәүләт теркәүе үткәргән ерлеккә ҡараған гражданлыҡ хәле акттарын теркәүсе орган тарафынан башҡарыла. Балиғ булмаған үҫмер исемен алыштырырға теләгән осраҡта был эш ата-әсәһенең йә иһә баланы тәрбиәгә алған кеше ризалығы менән башҡарыла.
Заһир хажи Күлбаев менән әңгәмәнән мәсеткә йөрөй башлағандар араһында исем үҙгәртеү осрағы күп булыуы асыҡланды. Сәбәбе - ислам дине ҡанундары буйынса яңыса йәшәй башлау, тормош рәүешен үҙгәртеү менән аңлата. Ҡиәмәт көнөндә кеше үҙ исеме менән Аллаһы тәғәлә ҡаршына һынауға баҫасаҡ. Шуға ла был донъяла ла, Ахирәттә лә мосолман исемен йөрөткөһө килә.
Психологтар ҙа кеше исеме уның тормошона тәҫьир итә, тигән фекерҙә. Элек тәнендә, битендә миңе булған сабыйҙарға миң һүҙе менән башланғандарын ҡушҡандар. Йыш ауырыған балаларға, исемен күтәрә алмай тип, икенсегә үҙгәрткәндәр.
Танышымдың урыҫ кейәүе ейәнсәренә төптө һирәк осрай торған исем ҡушҡан. Әлбиттә, христиан, мосолман динен дә ҡабул итмәгән йәштәр баланың киләсәген уйламай. Ҡыҙы бер аҙ ипкә килгән, буғай, мәсеттә икенсе исем ҡуштырырға ҡаршы түгел. Хәҙер ул ҡатын кейәүенә өндәшмәй генә ейәнсәренең исемен алмаштырыу килешерме икән тигән борсолоу белдерә. Ошо турала кәңәштәрегеҙҙе, уй-фекерҙәрегеҙҙе социаль селтәр аша яҙып ебәреүегеҙҙе үтенәбеҙ).
Үҙеңә оҡшамаған аяҡ кейеме кейеп йөрөүҙең ниндәй михнәт икәне һәр кемгә мәғлүм. Ниндәй исем менән ғүмер кисереү һәр кемдең шәхси фекере, минеңсә. Иң мөһиме күңелгә ятышлы, исем есемгә тап булһын!
Читайте нас: