Парикмахерскийҙа ултырам. Баҫалҡылығы, оялсанлығы менән айырылып торған мастерҙы хеҙмәттәштәре тегеләй үтһә лә, былай үтһә лә төрттөрә: “Артыҡ ныҡ эйелмә, бөкөрәйерһең” , “Башыңды тура тот”, фәлән дә фәсмәтән... Ә сәс ҡырҡыусы тыйнаҡ ҡына йылмая ла, башын ҡырын һала биреп, үҙ эшен дауам итә. Клиентына шул тиклем ихтирам менән ҡарай. Эшен яратып башҡарыуы, баҫалҡылығы уны шул тиклем биҙәй, матур итә. Һоҡланып ултырҙым. Шулай ҙа теге әсе теллеләргә яуап бирмәүенә әсенеп тә ҡуйҙым... Хәйер, мин үҙем дә күп ваҡыт өндәшмәй ҡалам. Ә ғалимдар, аҡыл эйәләре тыйнаҡлыҡ тураһында ниндәй фекерҙә икән?
Тыйнаҡлыҡ - эргә-тирәләге кешеләрҙе бик ярһытмаған ғорурлыҡтың бер төрө ул.
Баҫалҡылыҡ - ул ҡаҙаныштарың, һәләтең тураһында түбән фекер йөрөтөү түгел, ә уларҙы башҡаларҙың таныуын теләп аптыратмау.
Йыш ҡына баҫалҡылыҡ көсһөҙлөк тип ҡабул ителә, әммә ошо сифат артында әллә күпме матурлыҡ, көс һәм яҡшы холоҡ ятыуын ваҡыт барыбер иҫбат итә.
Бөтә нәмә лә сама белергә кәрәк, хатта оялсанлыҡта ла.
Тыйнаҡлыҡ кешене биҙәй, әммә ас ҡалдыра.
Оялсанлыҡ - ул башҡаларға оҡшарға теләүҙән һәм уңышһыҙлыҡтан ҡурҡыуҙан тора.
Тыйнаҡлыҡ - ул кешене онотолоуға дусар иткән иң тоғро юлдарҙың береһе.
Ялған баҫалҡылыҡ, маһайыу, данлыҡҡа ынтылыу кеүек үк, ерәнес күренеш.
Ғорурланыр эшең булғанда ғына тыйнаҡ булырға мөмкин.
Ояттың нимә икәнлеген белмәгәндәргә, әрһеҙҙәргә, тупаҫтарға йәшәүе еңелерәк. Ә кем баҫалҡы, ғәҙеллек, сафлыҡ юлынан бара – уның тормошо ауырға тура килә.
Кеше аҡыллы булған һайын баҫалҡыраҡ.