22 августа Рәсәй Федерацияһында Дәүләт флагы көнө билдәләнә. Аҡ, күк, ҡыҙыл төҫтәрҙән торған символыбыҙ көнө ҡалабыҙҙа флешмоб рәүешендә үтте.
Ҡояш нурҙары аҫтында ололар ҙа, кеселәр ҙә тырышып зарядка эшләне. Рәсәй һәм Советтар Союзы ярыштарында күп тапҡыр еңгән Сергей Серёдкин үткәргән күнекмәнән барыһының да тәне ял итте. Сарала төрлө ойошма ағзалары, предприятие хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. “Көнгәк”, “Путь октября” редакциялары коллективтары ла ситтә ҡалманы. Байрамға әүҙем йыйылып, тән яҙҙырып алды.