ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Август 2019, 11:19

Яңы - яңы инде

“Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының урындағы филиалына яңы автобустар ҡайтарылыуы тураһында яҙғайныҡ. Редакцияға шылтыратҡан гәзит уҡыусыларыбыҙҙың һорауҙарына яуап бирергә булдыҡ.

“Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының урындағы филиалына яңы автобустар ҡайтарылыуы тураһында яҙғайныҡ. Редакцияға шылтыратҡан гәзит уҡыусыларыбыҙҙың һорауҙарына яуап бирергә булдыҡ.
Кондиционерлы ҙур “Нефаз” автобусы өлкә-ара араны хеҙмәтләндерә. “Күмертау-Мәләүез” маршрутын элек ике генә автобус хеҙмәтләндерһә, әле өс “Форд Транзит”та пассажирҙар рәхәтләнеп елә. Ҡалған 11-е “Өфө - Ырымбур”, “Өфө - Тоҙ-Илек”, “Өфө - Иҫәнғол”, “Өфө - Мораҡ”, “Өфө - Күметау” маршруттарында.
Ҡала һәм ҡала-яны маршрутын хеҙмәтләндергән “Алға” транспорт картаһын Сбербанк Онлайн ҡушымтаһы, почта бүлексәһендә, “Уралсиб” банкаһы аша тулыландырырға мөмкин. Уны шулай уҡ “Йәрминкә” магазинында, почта бүлексәһендә, “Уралсиб” банктарында 50 һумға һатып алырға йәки берҙәм картаны “Башавтотранс” кондукторҙарына биреп алыштырыға мөмкин.
Читайте нас: