Буш шешәнең урыны сүплектә
Үҙенең аяғына үҙе эләгеп саҡ атлаған, дөрҫөрәге ҡултыҡ таяғы булмаһа, бөтөнләй алға бара алмаған ирҙе һуңғы ваҡытта йыш күрәм. Беҙҙең өй ҡаршыһындағы магазинға һыра алырға йөрөй ул. Бына әле лә кибеттән сығыу менән һыраһын ишек тотҡаһына терәп асты ла, шунда уҡ бер нисә йотом эшләне, аҙаҡ уны кеҫәһенә тығып, алан-йолан ҡаранып алды ла, бер аяғына һылтаңлай-һикерә беҙҙең тәҙрә ҡаршыһындағы эскәмйәгә килде, шешәһен яңынан ауыҙына терәне. Йәйге селләлә һыуһыҙ йонсоған юлсы һымаҡ ҡомһоҙланып, бер тынала эсте лә, буш шешәгә ҡарап байтаҡ уйланып ултырҙы. Шунан уны эскәмйә артындағы ҡыуаҡ төбөнә ырғытты, һаман күҙен шешәнән алманы. Моғайын, ул үҙенең тормошон да ошо төҫһөҙ һәм буш шешәгә оҡшатҡандыр. Шайтан ҡотҡоһона бирелеп, эскегә һалышҡас, уны ла яҙмыш елдәре кәрәкмәгән әйбер һымаҡ сығарып ырғытты бит. Буш шешәнең дә, уны бушатҡандаң да урыны сүплектә тип юҡҡа әйтмәгәндәр инде. Рәзиф ағайҙың да магазин кәштәһендәге ошо күбекле эсемлек һымаҡ дәртле, шәп, матур саҡтары бар ине. Эшендә лә маҡтаулы булды, ғаиләһе лә күркәм ине.
Тәү ҡарамаҡҡа ғына кәре бөткән, хәлһеҙ ҡарт кеүек күренә ул, ысынында иһә алтмыш йәшкә лә етмәгән. Күп эсеүҙән ҡан баҫымы ныҡ күтәрелеп, мейеһенә ҡан һауғандан һуң, бит мускулдары шулай йәмһеҙ булып ҡатып ҡалған да, йөҙөн сирылтып, йыйырсыҡ баҫҡан кеүек күренә.
Мин дә уның типһә тимер өҙөр сағын яҡшы хәтерләйем. Беҙ йәшәгән ятаҡханаға ҡаршы йортта ғына йәшәй ине. Уға ул ваҡытта 30-35 йәштәр самаһы булғандыр. Һәр көн иртән яҡшы итеп үтекләнгән ап-аҡ күлдәктән эшкә китер, уны оло йәштәге әсәһе, ҡатыны, ҡыҙы подъездан сығып уҡ оҙатып ҡалыр ине. Водитель булып эшләгәс, ҡул аҫтында һәр ваҡыт машинаһы булды. Ял көндәрендә яҡындарын еләк-емеш йыйырға йөрөттө, йылға буйына тәбиғәткә алып сыҡты. Эштән ҡайтҡанда уның ҡулы бер ҡасан да буш булмай ине, уйын майҙансығындағы балаларға ла берәй тәмлекәстән өлөш сығармай, береһен күтәреп яратмай инеп китмәй ине.
Тик Рәзиф ағайҙың бәхетле тормошо, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оҙаҡҡа барманы. Билдәле булыуынса, туҡһанынсы йылдар башында Рәсәй тарихында яңы бит асылды: иҡтисад ҡына түгел, кешелек ҡиммәттәре лә ҙур үҙгәреш кисерҙе ул заманда. Кемдер бер айҙа ҙур байлыҡҡа эйә булды, ә икенселәр тәүлек эсендә ғүмер буйы йыйған мөлкәтенән яҙҙы. Финанс пирамидалар, секталар, бандит ойошмалары барлыҡҡа килде. Эш хаҡы тотҡарланды, магазин кәштәләре бушаны. Бына ошо һынылыш осоронда берәүҙәрҙә яңы маҡсаттар барлыҡҡа килде, икенселәр, киреһенсә, төшөнкөлөккә бирелде. Бөтә нәмәгә тик тырыш хеҙмәт менән генә өлгәшеп була тип йәшәгән Рәзиф ағай ҙа, бик күптәр һымаҡ, күңел төшөнкөлөгөнә бирелде. Көн һайын эшенән ҡыҙмаса булып ҡайта башланы. Тиҙҙән эшенән ҡыуылды. Эскән кеше менән кемдең йәшәгеһе килһен, ҡатыны ла ҡыҙын алып, тыуған яҡтарына ҡайтып китте. Әсәһе лә юлдан яҙған улы менән оҙаҡ йәшәй алманы - йөрәк өйәнәге менән түшәккә ятты.
Әсәһен ерләгәс байтаҡ эсмәй йөрөгән ул, әммә шайтан ҡотҡоһона бер бирелгән ир оҙаҡҡа бармаған - тағы эскегә бирелгән. Бына шул ваҡытта инде эскелектән ағыулынған ирҙе фалиж һуҡҡан. Әле ул кеше көнлө, ситтәр ярҙамынан тыш йыуына ла, ашарға бешерә лә алмай. Һыра шешәһен генә асырлыҡ көсө бар уның.
Бәхет формулаһын үҙеңә табырға
Уның шешәләш дуҫтары араһында беҙҙең күрше лә бар ине. Раил ағайҙы бер нисә тапҡыр саңғы юлында ла күргәнем бар ине. Тәүҙә, бәлки ул түгелдер, тип уйлағайным. Күптән түгел уны спорт кейемендә үҙәк урам буйлап йүгереүен күреп ҡалдым. Ауыҙын йырып, әллә ҡайҙан, күршенән һалдырып, ҡысҡырып килә. Хәл-әхүәл белешкәс:
-Ҡартайған да тыртайған тиҙәрме әле - олоғайған көндә спорт менән шөғөлләнә башланым әле. Бөтә ауыртыу-һыҙланыуҙарым бөтөп ҡалды. Спорт - бөтә сир-сырхауҙан дауа икән, һеңлем. Ҡан баҫымым да нормәлләште, йөрәк тә урынына ултырҙы, аппетит та егеттәрсә, - тип шаяртып алды.
Рәзиф менән йәштәш үк булмаһа ла, йәш айырмаһы ике-өс йылдан ашмағандыр уларҙың. Икәүләшеп ҡосаҡлашып йөрөп эсә инеләр. Береһенең ҡатыны ҡыуып сығарһа, икенсеһендә ҡундылар, унда ҡабул итмәһәләр, коридорҙа ятып йоҡларға ла тартынманылар. Улар аша атлап эшкә киткән ваҡыттар бер тапҡыр ғына булмағандыр.
Эшләгән ойошмаһы тарҡалғас, Раил ағай ҙа эш-шөғөлһөҙ ҡалды. Шуны ғына көткәндәй, ҡатыны ауылда яңғыҙы көн күргән әсәһе янына алып ҡайтты ла китте. Тәүге балалары тыумыштан зәғиф ине, уға саф һауа, яҡшы аҙыҡ кәрәк тип һылтауланы ҡатыны. Замана елдәре ул мәлдә әле ауыл хужалығына бик ҡағылмағайны, шуға ла алтын ҡуллы күршемә шунда уҡ эш тә табыла. Дәртләнеп кенә эшләп йөрөгәндә бында ла бына тигән колхоз, тәүҙә электр энергияһына бурыс күп тип, шунан башҡа мең төрлө төрлө сәбәп табып, юҡҡа сыға. Раил ағай тағы эшһеҙ ҡала, бында ла шешәләш дуҫтар табыла. Эскелек арҡаһында ике йыл төрмәлә лә ултырып сығырға тура килгән уға.
Ҡайтҡас, туйғансы бер эсәм дә, башҡа ауыҙыма ла алмайым тип һүҙ биреп сыға ул үҙенә, әммә ауыҙына бер эләккәс ташлай алмаған. Икенсе балалары ла ауырыу булып тыуып үлгәс кенә аңына килгән.
-Үле баламды күтәреп, ҡатыным дауаханан ҡайтҡанда ла иҫерек инем әле. Күм-күк булып тыуған сабыйымды күкрәгемә ҡыҫып, атайым нәҫелен ҡалдырырлыҡ та хәлем юҡ икән тип, илағаным хәтерҙә, - ти ул, эсеүеңде нисек ташланың һуң тигән һорауға. -Тәүге баланың ауырыу булып тыуыуына ла үҙем ғәйепле булһам да, һәр ваҡыт ҡатынымды битәрләй инем. Илай-илай унан ғәфү үтендем, башҡа эсмәҫкә ант иттем. Быға тиклем дә бик күп тапҡыр тәүбәгә килеп, вәғәҙәләр биреп тә, береһен дә үтәмәһәм дә, ҡатыным был юлы ла миңә ышанды. Минең башҡа араҡыға үрелмәүемә генә түгел, тағы ике-өс балаға ғүмер биреүемә, яңынан бына тигән тормош ҡороуыма инанды. Шуның өсөн уға бик рәхмәтлемен. Тыуып, яҡты донъяны күрмәй ҙә үлеп киткән бәләкәй генә кешенең үлеме ныҡ тетрәндерҙе һәм мин башҡа, ысынлап та, ҡулыма рюмка тотманым. Эске килгән ваҡыттар ҙа, стакан сәкәштерер һылтауҙар ҙа булманы түгел - булды. Шул мәлдәр ҙә мин һәр ваҡыт үле тыуған баламды күҙ алдына килтерер булдым. Эсмәгәс эше лә табылды, вахта ысулы менән төнъяҡҡа эшкә сығып киттем. Ҡатыным бер-бер артлы өс баһадир табып бирҙе. Ауылдағы йорт-ҡураны яңыртып, бынан бер нисә йыл элек ҡаланан фатир алдыҡ. Ауылдағы йортта улым ғаиләһе менән йәшәй. Ике ейәнгә өләсәй-олатайбыҙ. Икәүһе баш ҡала студенттары, иң өлкәндәре үҙебеҙ менән. Элек йөҙ грамм эсмәһәм, бауыры ла, бөйөрө лә, башы ла ауыртып йонсота ине, спорт менән шөғөлләнә башлағайным, улар ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. Спортты һәм сәләмәт тормошто киң пропагандаларға кәрәк. Тән, йән таҙалығы, рух күтәренкелеге, физик һәм эске ныҡлыҡ тураһында китаптарҙы йәш ваҡытта уҡ уҡыһам, мин, моғайын, егерме йылға яҡын ғүмеремде заяға үткәрмәгән булған инем.
Йәш саҡта тиҙ генә бәхет формулаһын табырға ла, бәхетле булып йәшәп тик ятырға тип уйлай инем. Әҙер формула юҡ икән. Уға эйә булыу өсөн, иң беренсе, һине нимә бәхетһеҙ итә, шуны табырға кәрәк. Мине бәхетһеҙ иткән сәбәптәрҙең иң ҙуры – эскелек икәнлеген белгәс тә арындым. Уны табыу өсөн ике тиҫтә йыллап ваҡытым үтте.
Бер тормош - ике яҙмыш...
Үрҙә атап кителгән ике ағайҙың да яҙмышына ниндәйҙер кимәлдә шаһитлығым бар. Уларҙың береһе ҡаршы йортта йәшәне, икенсеһе күрше булды. Улар икеһе лә үҙҙәре һайлаған юл буйынса киткән... һәм береһе кеше ярҙамынан тыш йәки ҡултыҡ таяғына таянмай бер аҙым да атлай алмай, икенсеһе иһә үҙе эшләгән коллективының намыҫын яҡлап спорт ярыштарында ҡатнаша, юғары һөҙөмтәләр яулай, ял көндәрендә улдарын, ейәндәрен үҙе менән алып сыға. Ә уйлап ҡараһаң, икеһенең дә тормошо бер кеүек ине: бер ойошмала эшләнеләр, бер тирәлә йәшәнеләр, бергә эшһеҙ ҡалдылар, бергә эстеләр. Икеһенең дә яҙмышы бер төрлө тамамланыр кеүек ине. Тик бәхетле булыу теләге генә икеһенең ике төрлө булғанмы икән?