Йылытыу миҙгеле ҡасан башланыр? Оҙайлы һалҡын һауа торошона бәйле урамда ғына түгел, биналарҙа ла һәм йорттарҙа ла һыуыҡ. Күптәр кондиционерҙар һәм йылытҡыстар менән файҙалана. Ә ҡайһы берәүҙәр өшөмәҫ өсөн йылы кейемгә күсергә мәжбүр, тик был эш һәм ял өсөн уңайһыҙыраҡ. Ғөмүмән, халыҡты йылылыҡ бирмәүҙәре борсой: ни өсөн ул һауа торошона ҡарап көйләнмәй икән, ҡыш та бит хәҙер тотороҡло түгел.
Ҡала властары билдәләүенсә, коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүҙе көйләгән федераль ҡануниәткә ярашлы, һауа температураһы биш көн рәттән +8 градустан түбән төшһә, йорттарға йылы бирелә башлай. Ләкин билдәләнгән температура сиген көтмәйенсә лә йылы биреүҙе һорап ғариза яҙырға мөмкин. Бының өсөн торлаҡ милекселәренең дөйөм йыйылышында тейешле ҡарар ҡабул итеп, протоколды идара итеүсе компанияға ебәрергә кәрәк. Әгәр коллектив ҡарар ҡабул ителмәһә, йортҡа йылы биреү датаһын идара итеүсе компания хәл итә.
Быйыл, синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 8 сентябрҙән һуң һалҡын һауа торошо «әбейҙәр сыуағы» менән алмашына һәм ике аҙна самаһы дауам итә. Һауа температураһы көндөҙ 26 градусҡа тиклем йылыта, төндә лә 15 градусҡа күтәрелә. Ҡырау көтөлмәй.
Быйыл да, ғәҙәттәгесә, йылытыу миҙгеленең башланыуы сентябрь аҙағында көтөлә. Тәү сиратта балалар баҡсаларына, мәктәптәргә һәм дауалау учреждениеларына бирелә.