Интернет Америка штаттарында иң беренселәрҙән булып барлыҡҡа килә. Уны Британия ғалимы Тим Бернерс-Ли уйлап таба. Рәсәйҙә 1988 йылдарҙа барлыҡҡа килә.
Интерент тәүҙә эш башҡарыу өсөн генә ҡулланылһа, хәҙер һәр кем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә еңел генә төрлө мәғлүмәт таба ала. Унһыҙ тормошто күҙ алдына килтереп булмай. Бәләкәйенән алып олоһона тиклем Интернет селтәрен үҙ аллы йәки курстарға йөрөп өйрәнергә тырыша. Уның ярҙамында донъялағы булған хәл ваҡиғаларҙы, яңылыҡтарҙы, һауа торошон иң беренселәрҙән булып белергә мөмкин. Өйҙән сыҡмай Интернет аша төрлө коммуналь хеҙмәттәрҙе түләй алабыҙ, үҙебеҙгә кәрәкле кейем-һалымға заказ яһарға ла мөмкинбеҙ.
Алыҫ араларҙы яҡынайтыу сараһы ла ул. Сит тарафтарҙа йәшәгән дуҫтар, туғандар менән аралашырға ярҙам итә, төрлө күләмле булған рәсми ҡағыҙҙар алырға һәм ебәрергә булышлыҡ итә. Шулай уҡ, үҙебеҙҙең төрлө һорауҙарыбыҙға тиҙ арала яуаптарын да эҙләр табабыҙ, телевидениела тиҙ арала сыҡмаған кинолар ҡарай алабыҙ. Интернет барлыҡҡа килеү менән яңы һөнәрҙәр ҙә артты. Хатта селтәр аша кешеләр аҡсаһын да эшләй. Ирекле эштең яҡшы яҡтары ла бар: эш графигыңды үҙең теләгәнсә төҙөй алаһың, юл сығымын кәметәһең. Улар араһында мутлашыусылар ҙа табыла. Айырыуса оло йәштәгеләр улар тоҙағына эләгә.
Кире яҡтарынан тағы шуларҙы атарға була: беҙ дуҫтарыбыҙ менән аралашмайбыҙ, ысынында уларҙы күрмәйбеҙ. Икенсенән, күп ваҡытыбыҙҙы Интернет селтәрендә бушҡа үткәрәбеҙ. Бер минутҡа тип кенә инәбеҙҙә ике сәғәтебеҙҙе юғалтабыҙ. Өсөнсөнән, телмәребеҙҙе үҫтермәйбеҙ, уйлаған уйҙарҙы һүҙҙәрҙә әйтә алмайбыҙ.
Әлеге мәлдә үҫмерҙәҙең күбеһе интернетҡа бәйләнгән, китап уҡыу, дуҫтар менән аралашыу, урамда уйнау урынына улар үҙ ваҡытын бушҡа уҙғара. Бынан тыш күҙҙәр боҙола, дөрөҫ ултырмау сәбәпле умыртҡа бағанаһы зыян күрә. Ошоларҙы булдырмаҫ өсөн күберәк саф һауала йөрөргә, спорт менән шөгөлләнергә һәм дуҫтар менән күберәк ысын барлыҡта аралашырға кәрәк.