Конгэк
-5 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Сентябрь 2019, 18:55

Төп маҡсатыбыҙ әйбер генә һатып алыумы?

Заман талабы буйынса ҡулланыу тәртибе, мәҙәниәтен үҫтереү алға ҡуйыла. Иҡтисадҡа фабрикалағы йәки офистағы стандарт мөхитенә түҙемле, тәртипле хеҙмәткәр талап ителеүҙән алда, хәҙер һатып алыусыны яңынан-яңы ҡулланыу тауары менән даими тәьмин итеү зарур икән. Бөгөн донъяла индустрия автомобилдең 220 яңы моделен, видеотехниканың 400 төрөн, һабындың 40 сортын, душ өсөн һыу һиптергестең 35 төрөн тәҡдим итә. Туңдырманың сорттары һаны 100-гә етә, сырҙың 150 төрө һатыуҙа, колбаса төрҙәре 50-нән ашып киткән...

Заман талабы буйынса ҡулланыу тәртибе, мәҙәниәтен үҫтереү алға ҡуйыла. Иҡтисадҡа фабрикалағы йәки офистағы стандарт мөхитенә түҙемле, тәртипле хеҙмәткәр талап ителеүҙән алда, хәҙер һатып алыусыны яңынан-яңы ҡулланыу тауары менән даими тәьмин итеү зарур икән.
Бөгөн донъяла индустрия автомобилдең 220 яңы моделен, видеотехниканың 400 төрөн, һабындың 40 сортын, душ өсөн һыу һиптергестең 35 төрөн тәҡдим итә. Туңдырманың сорттары һаны 100-гә етә, сырҙың 150 төрө һатыуҙа, колбаса төрҙәре 50-нән ашып киткән...
Кешегә шул тиклем тауар кәрәкме икән? Билдәле булыуынса, иҡтисад баҙарға, һатырға, ҡулланырға етештергән тауарҙар ябай, ҡәҙимге кешенең ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүҙән күптән инде ары киткән. Индустрия (хәҙер инде беҙҙә лә, Рәсәйҙә лә) ҡулланыу тауарын фәҡәт һатыу өсөн бер ниндәй ихтыяжға ҡарамай, күпләп-күпләп етештерә. Иң мөһиме – һатыу, ә бының өсөн ҡулланыусы кәрәк.
Ни өсөн йәштәр элекке мәғариф һәм тәрбиә системаһынан ситләшкән? Ни өсөн ауыр сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәҙәниәт һәм башҡа өлкәләр үҫешмәй, ә тауар һатыу, алыш-биреш, хеҙмәтләндереү тармағы ғына сәскә ата.
Кеше яңынан-яңы әйбер һатып алыу мөмкинлеген генә үҙенең төп маҡсаты итеп һанай. Бер яҡтан, яңы сифатлы һәм затлы әйберҙәр шәхесте үҫтереүгә, камиллаштырырға, рухи һәм матди мохтажлығын ҡәнәғәтләндерергә булышлыҡ итһә, икенсе яҡтан, та­уар­ҙы күпләп һатып алыу иҡтисади үҫешкә, сәнәғәтте, транспортты, хеҙмәтләндереү өлкәһен, йәмғиәттең төрлө тармаҡтарын үҫтереүҙең төп һәм мөһим сараһы булып тора.
Ҡулланыу мәҙәниәтенең төп принцибы – яңы тауар һатып алыу, бөтә ыңғай сифаттар әйбер­ҙең иң яңы моделдәренә, төрөнә, сорттарына ғына бәйләнгән. Иҫкергән тауар шунда уҡ әйләнештән сығарыла. Шуның өсөн дә ҡулланыу йәмғиәте һәр ваҡыт тормоштағы барса элекке күренешкә, ғәҙәтилеккә, традицияларға, ғөмүмән, бөтә иҫкелеккә ҡәтғи ҡаршы. Бына ни өсөн ҡулланыу йәмғиәте йәштәрҙе үҙенә тарта ла. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, ололарҙың да күбеһе был сиргә бирелгән, улар ҙа йәштәрҙән ҡалышмай.
Хәҙер кеше бөтә ғүмере буйынса бер туҡтамайынса һатып алыу өсөн эшләргә лә эшләргә тейеш инде. Ҡулланыу йәмғиәте институттары яңы шәхес тәрбиәләй, яңы мәҙәниәт ҡора, кешенең сифаттары, эшмәкәрлеге, ваҡиғалар, объекттар түгел, ә яңынан-яңы әйберҙәрҙең алмашынып тороуы мөһим. Был донъя кеше йәшәйешен, шәхес-ара мөнәсәбәттәрҙе билдәләй булып сыға.
Гөлназ ЙӘНБИРҘИНА.
Читайте нас: