ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Сентябрь 2019, 16:59

Үҙгәрештәргә баһа биреп

Ҡала мәҙәниәт һарайында район-ҡала хакимиәттәре етәкселәре, йорт комитеты, коммуналь хужалыҡ вәкилдәре, әүҙем ҡала халҡы ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл артында кәңәшмә уҙҙы.

Ҡала мәҙәниәт һарайында район-ҡала хакимиәттәре етәкселәре, йорт комитеты, коммуналь хужалыҡ вәкилдәре, әүҙем ҡала халҡы ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл артында кәңәшмә уҙҙы.
Форумдың төп маҡсаты - күп фатирлы йорттағы бина милекселәренең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге мәсьәләләрҙе хәл итеү. Шулай уҡ сүп реформаһы, подъездарҙы ремонтлау, уңайлы ҡала мөхите программаһын тормошҡа ашырыу проблемалары тикшерелде.
Был эштәрҙең үтәлеше хаҡында ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Фәнил Исҡужин таныштырып үтте. Ҡаланы төҙөкләндереү, юлдарҙы ремонтлау, яҡтылыҡ буйынса башҡарылған эштәргә байҡау яһаны.
Билдәле булыуынса, быйылдан яңы сүп реформаһы ғәмәлгә инде, “Эко-Сити” төбәк операторы вәкиле Рушан Ҡадиров ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу проблемаларын яҡтыртты. Был мәсьәлә буйынса халыҡҡа мөрәжәғәт итеү өсөн Ватсап номеры булдырылған. Түләү буйынса бурыслылар күплеген, контейнерҙарҙың етемәүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Республика программаһына ярашлы подъездарҙы капиталь ремонтлау ҡаралған, был мәсьәлә буйынса төбәк операторы Артем Комратов һәр йортта планлаштырылған ремонт эштәренең ваҡытында үтәлеүен белдерҙе. Ҡалала 24 йортта 84 подъезд ремонтлау күҙаллана. Был форумда бер һорау ҙа яуапһыҙ ҡалманы. Етәкселәргә граждандарҙың көнкүреш шарттарын яҡшыртыу, һәр кем өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыу бурысы ҡуйылды.
Һүрәттә: “Эко-Сити” төбәк операторы вәкиле Рушан Ҡадиров ҡаты сүп ҡалдыҡтарын сығарыу мәсьәләһе хаҡында ентекле аңлатма бирҙе.
Автор фотоһы.
Читайте нас: