- Әсәһе ташлаған ул баланы... - Шәфҡәт туташының әйткәненән тертләп китәм. Минең бығаса бер ҡасан да ташландыҡ бала күргәнем юҡ ине шул. Бар ине, тик телевизорҙан ғына. Унда күргәндәремде лә ысынбарлыҡҡа тап килмәгән, насар киноларҙа ғына була торған күренеш итеп ҡабул итә торғайным. Әле иһә быяла ишекле бүлмәлә ярһып илап бөткән малайға текләгәнмен дә... урынымдан ҡуҙғала алмай баҫып торам. Шулай байтаҡ торғандан һуң үҙемде ҡулға алып, бүлмә ишеген һаҡ ҡына асып эскә үтәм. Малай мине күргәс, илауынан шып туҡтай ҙа, йылмайып, ҡулындағы уйынсыҡ машинаһын һуҙа. Уныһы бик иҫке, дүрт тәгәрмәс урынына икәү генә ҡалған, улары ла йәнселеп бөткән. Өҫтөнә кейгән иҫке генә кейеме, аяғындағы пинеткалары ла бысраҡ.
- Исемең кем? - тип һорайым миңә үҙенсә ниҙер һөйләп маташҡан бәләкәстән. Был һорауҙы үҙемде нисек тоторға белмәгәнлектән бирәмме, шаңғыуҙанмы - аңлата алмайым. Исемен әйтергә ул әле бик бәләкәс икәнен күреп торам үҙем. Ә ул зәп-зәңгәр күҙҙәрен тултырып, йылмайып миңә ҡарап тик тора.
- Нисек... - тим шәфҡәт туташына, - ошоно ташлап булһын?! - Исеме кем уның?
- Максим! – Өҫтәл артында үҙ эше менән мәшғүл туташ асыуланып ҡына яуап ҡайтара.
Бәләкәс миңә йәнә ҡулындағы машинаһын һуҙа. Әйтерһең дә, уның өсөн донъяла ошо тәтәйҙән дә ҡәҙерлерәк әйбер юҡ. Мин сумкамдан ҡулъяулыҡ сығарып уның бысранып бөткән биттәрен һөртәм, боҙ кеүек һыуыҡ ҡулдарын устарыма алып йылытам. Ә ул иһә һаман теге машинаһын күрһәтеп, үҙе генә белгән телдә ниҙер аңлатып маташа.
- Уның аҫты еүеш, - тим теге шәфҡәт туташына, - шуға осҡолоҡ тоталыр.
Ҡатын күҙенең ағын әйләндереп миңә ҡарай. Уның ҡарашында "ни эшең бар һинең ул балала” тигән һүҙҙәрҙе уҡып тетрәнәм. Изге һөнәр эйәһенең битарафлығы, кешелекһеҙлеге сығырымдан сығара.
- Һеҙҙе врач саҡыра! – ти ул, минән ҡотолорға теләгәндәй. - Барығыҙ!
- Бәпесем, - тим әлеге шул ватыҡ тәтәйе менән мәж килгән сабыйға, - мин һиңә яңыны килтерермен. Матурҙы. Яраймы?
Ул иһә аңлағандай, зәп-зәңгәр күҙҙәрен тултырып миңә баға.
- Иртәгә тағы килермен, йәме?
Үҙем иһә уға килтерәсәк өр-яңы машинаны, тәмлекәстәрҙе, йылы нәски-ыштандарҙы күҙ алдыма килтереп, бәләкәс ҡыҙымды эйәртеп табип бүлмәһенә инеп китәм.
Сырхап торған балам менән бер бүлмәнән икенсеһенә инеп, табиптан табипҡа йөрөй торғас, көн үтеп тә китә. Максимды, иртәгәһе көндө уйлап йоҡлап китәм.
Иртән иртүк тағы дауаханаға йүгерәм. Сумкамда ятҡан тәтәй машина, яңы әйберҙәр юл буйына күңелемде йылытып бара. Бәләкәс менән осрашыу минуттарын, уның ҡыуаныуын күҙ алдыма килтереп үҙем дә ҡыуаныс кисерәм.
- Ә...тағы һеҙме?! – тип ҡаршылай теге туташ. Мин инде уға иғтибар итмәйем, туп-тура быяла ишекле бүлмәгә юлланам.
- Ҡайҙа? – йән асыуы менән ҡысҡырып уҡ ебәрәм.
- Уныһын әйтә алмайым инде...
Тегеләй бәрелеп, былай һуғылып йүгергеләйем дә, дауахананан ҡыуылып сығам. Урам буйлап илай-илай атлайым.
Ошо донъяның ғәҙелһеҙлегенә, кешеләрҙең битарафлығына рәнйеп илайым. Унан да бигерәк үҙ-үҙемә рәнйейем. Ниңә кисә үк алып барманым ошо әйберҙәрҙе, ниңә бөгөнгә ҡалдырҙым был эште, тип өҙгәләнәм. Максимдың күҙҙәре ише зәп-зәңгәр күк йөҙөнә ҡарап бәләкәстән ғәфү үтенәм. Мин бит шул сабыйҙы ҡыуандырғым, уға был донъяның һәм кешеләрҙең улай уҡ насар түгеллеген күрһәткем, уны шуға ышандырғым килгәйне! Өлгөрмәнем. Һуңланым. Ышандыра алманым...