ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Сентябрь 2019, 19:51

Бойоҡмаһын күңелдәр

Олоғайыу - туҡтатып булмаған тәбиғи күренеш. Һәр миҙгел гүзәл булған кеүек һәр осорҙоң үҙ йәме бар. Беҙ барыбыҙ ҙа ҡартайыуҙан, ауырыу, уның эҙемтәләренән, бигерәк тә яңғыҙлыҡтан, кемдеңдер ярҙамына мохтажлыҡтан ҡурҡабыҙ. Олоғайыу осорон ғүмер көҙө тиҙәр. Тик ошо мәлдә лә тормош йәмен табып, йәмғиәттә юғалып ҡалмау әүҙем йәшәргә була.

Олоғайыу - туҡтатып булмаған тәбиғи күренеш. Һәр миҙгел гүзәл булған кеүек һәр осорҙоң үҙ йәме бар. Беҙ барыбыҙ ҙа ҡартайыуҙан, ауырыу, уның эҙемтәләренән, бигерәк тә яңғыҙлыҡтан, кемдеңдер ярҙамына мохтажлыҡтан ҡурҡабыҙ. Олоғайыу осорон ғүмер көҙө тиҙәр. Тик ошо мәлдә лә тормош йәмен табып, йәмғиәттә юғалып ҡалмау әүҙем йәшәргә була.
Бының өсөн ошо кәңәштәрҙе үтәгеҙ:
*Насар уйҙарға юл ҡуймаҫҡа, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә тырышығыҙ.
*Үҙегеҙҙе ыңғай юҫыҡҡа көйләп, тормошоғоҙҙа булған яҡшылыҡтарҙы иҫегеҙгә төшөрөп, йорттамы, баҡсаламы мәшәҡәт табырға, саф һауала йышыраҡ йөрөргә кәрәк.
*Үҙегеҙ һәм йәмәғәт өсөн дә изге, файҙалы эштәргә һәләтле булыуығыҙҙы иң беренсе үҙегеҙгә иҫбатлағыҙ.
Физик күнекмә организмға ыңғай йоғонто яһай, ҡартайыуҙы тотҡарлауға һәләтле, тетрәнеүҙән һаҡлай, сәләмәт йоҡо бирә. Һөйәк һәм мускулдар эшмәкәрлеге нығына, быуындар хәрәкәтсәнлеге арта. Көн һайын гимнастика яһау теш таҙартҡан кеүек ғәҙәткә инергә тейеш. Мөмкин тиклем күберәк йәйәү йөрөү – ололар өсөн бик файҙалы. Яй ғына йөрөү кешене арытмай, матдәләр алмашыныуын, ҡан әйләнешен, тын алыуҙы яҡшырта, мускулдарҙы күнектерә. Нервы системаһы ял итә һәм тыныслана. Физик әүҙемлек остеопороз кеүек сирҙәрҙән һаҡлай, сәләмәтлекте нығыта, энергия өҫтәй.
Физик күнекмә, дөрөҫ туҡланыу баш мейеһендә ҡан әйләнеше боҙолоу кеүек етди сирҙәрҙе иҫкәртергә, ошоға бәйле ғүмерҙе оҙайтырға булышлыҡ итә.
Аҙыҡтың мөмкин тиклем төрлө булыуы мөһим. Һимеҙ булмаған ит, уны балыҡ йәки башҡа төрлө диңгеҙ аҙығына алмаштырырға була. Бауырҙы аҙнаһына бер тапҡыр, һирәкләп ҡош ите ашарға була.
Минераль элементтарға бай япраҡлы йәшелсәнән салаттар бик файҙалы. Сәтләүек ашау, алма, мүк еләге һуты һәйбәт.
Бойҙай икмәгенә ҡарағанда арыштыҡына өҫтөнлөк бирегеҙ. Ҡарабойҙай һәм һоло ярмалары файҙалы. Шәкәр ҡулланыуҙы аҙайтыу, уны балға алмаштырыу отошло, иң яҡшыһы - составында туҡыма ҡартайыуҙы тотҡарлаған антиоксиданттар булған йәшелсә, емеш-еләк ашау.
Һөткә ҡарағанда еңелерәк үҙләштерелгән әсетелгән һөт аҙыҡтарын ҡулланырға тырышыу мөһим. Унда организм өсөн файҙалы бактерия күп.
Ошо кәңәштәр ҡара көҙҙә болоҡһомаҫҡа, тетрәнеүҙән һаҡланырға, дөрөҫ туҡланырға, сәләмәт һәм әүҙем булырға ярҙам итер. Сәләмәт булығыҙ!
Читайте нас: