Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Октябрь 2019, 18:41

Көҙгө саҡырылыш-2019

Быйыл көҙ Башҡортостандан 5 меңгә яҡын егет Рәсәй армияһына хәрби хеҙмәткә саҡырыла, тип хәбәр итте республиканың хәрби комиссары Игорь Харченко.

Быйыл көҙ Башҡортостандан 5 меңгә яҡын егет Рәсәй армияһына хәрби хеҙмәткә саҡырыла, тип хәбәр итте республиканың хәрби комиссары Игорь Харченко.
Бөгөн Кремль сайтында Рәсәй президенты Владимир Путиндың указы баҫылды, уға ярашлы 2019 йылдың октябрь-декабрь айҙарында илдән 132 мең кеше хәри хеҙмәткә алына. Уларҙың 5 меңгә яҡыны – Башҡортостандан.
«Бөгөн көҙгө саҡырылышҡа старт бирелде. Быйыл көҙ саҡырылғандарҙың күбеһе Көнбайыш хәрби округына оҙатыла, — тип хәбәр итте журналистарға Башҡортостандың хәрби комиссары Игорь Харченко. — Республиканың саҡырыу пункты эшкә әҙер. Тәү сиратта, яҙ көнө оҙатылмаған егеттәр саҡырыла. Тәүге оҙатыу 24 октябргә билдәләнгән».
Уның һүҙҙәренсә, быйыл көҙ саҡырылғандарҙың 3 меңгә яҡыны ҡоро ер ғәскәрҙәренә хеҙмәт итергә ебәрелә.
Читайте нас: