ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Октябрь 2019, 14:54

Төңөлмәйек әле донъянан!

Тормош шулай ҡоролған: йәшәү дәүерендә кеше шатлығын да, ҡайғы-хәсрәтен дә кисерә. Ғәҙәттә, улар сиратлап килеүсән.

Тормош шулай ҡоролған: йәшәү дәүерендә кеше шатлығын да, ҡайғы-хәсрәтен дә кисерә. Ғәҙәттә, улар сиратлап килеүсән. Ҡыуаныс-уңыштар-ҙан баштарыбыҙ әйләнһә лә, беҙ уларҙы еңелерәк кисерәбеҙ, ә тормош ҡуйған һынауҙарҙан шартлап һынмаҫ өсөн эргәбеҙҙә һәр саҡ үҙебеҙҙән көслөрәк кеше булыуын теләйбеҙ.

Ҡулыма эш бармай, донъянан төңөлөбөрәк йөрөгән көндәремдең береһендә яҙмыш мине Таңһылыу менән таныштырҙы.

Кешеләрҙе магнит кеүек үҙҙәренә тартып, көсһөҙҙәргә - көс, дәрт¬һеҙҙәргә дәрт биреп торғандар була. Яңы танышым тап шундай¬ҙарҙан ине. Һөйләшеүҙең тәүге минуттарынан уҡ унан ниндәйҙер әйтеп аңлатҡыһыҙ йылылыҡ бөркөлөүен тойҙом. Тормошта бик күп уңышһыҙлыҡҡа юлығып, юғалтыу¬ҙар кисергән был ханымдың һәр һөйләгән һүҙендә тәрән аҡыл ята.

Ул кескәй генә сағында әсәйһеҙ ҡалып, үгәй әсә ҡулында үҫә. Яһил ҡатын ҡулында тәрбиәләнгән ҡыҙҙың бала сағы бөтөнләй булмай тиерлек. Көлһылыу хаҡындағы әкиәт тап минең турала яҙылған, ти ул, моңһоу хәтирәләргә бирелеп. Аҙаҡ атаһын да юғалта. Мөхәббәттә лә бәхете булмай сыға: әрмегә оҙатып, ике йыл буйы көтөп алған егете иң яҡын әхирәтенә өйләнә. Һөйгәне менән бергә ҡыҙ иң яҡын дуҫын да юғалта.

Был ваҡиғанан һуң байтаҡ йылдар үткәс, Таңһылыу бәхетен һынап ҡарамаҡ була - кейәүгә сыға. Һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда, яҙмыш уға тағы үҙ һынауын ҡуя: иптәше уны ташлап, икенсе ҡатынға сығып китә. Бөгөн Таңһылыу улын яңғыҙы үҫтерә.

– Мин үҙемә насарлыҡ ҡылған, хыянат иткән был кешеләрҙе ғәфү иттем, күңелемдә уларға ҡарата асыу ҙа, үпкә лә юҡ, – ти әңгәмәсем, кешеләргә ҡарата асыу тотоу көсһөҙҙәргә генә хас күренеш икәнлегенә ишаралап,– яҙмыш үҙенең был һынауҙарын алдыма сығарып һалған саҡта, төшөнкөлөккә бирелеп, шартлап һынмаҫ өсөн тештәремде ҡыҫҡан саҡтарым күп булды,- ти ул.

Быларҙы һөйләгәндә танышымдың йөҙө ҡапыл моңһоуланып, уйсанланып китә, ауыр итеп көрһөнгәс, ул һүҙен дауам итә:

– Иптәшем мине ташлап сығып киткән көндө ҡала урамдарын ете сәғәт ҡыҙырғанмын. Ғүмерлек юлдашым итеп һайлаған кешемдең ысынында кем булыуын аңлау өсөн миңә ошо ваҡыт етте.

Был ваҡиғанан һуң Таңһылыуҙың донъяға ҡарашы ҡырҡа үҙгәрә: мөхәббәт һәм нәфрәт, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшылыҡ менән насарлыҡтың һәр саҡ йәнәш тороуын аңлай, ләкин күңеле ҡатып ҡалмай. Һәр яманлыҡтың артында фәҡәт яҡшылыҡ булыуына ышанып йәшәй. Шуға ла кеше үҙенә, үҙ көсөнә генә ышана алһын, ә күргән-кисергәндәр кешене көслөрәк итергә тейеш, тигән фекерҙә ул.

Бөгөнгө көсөргәнешле заманда, үҙҙәрендә тормош еленә ҡаршы торорлоҡ көс тапмай, юғалып ҡалғандарға, күңел төшөнкөлөгөнә бирелгәдәргә Таңһылыу үҙ һүҙен еткерергә ашыға:

– Кешегә ғүмер бер генә бирелә. Һин уны илап үткәрәһеңме, йырлап йәшәйһеңме – барыһы ла үҙеңдән тора. Нисек кенә ауыр булмаһын, йәшәргә тырышырға кәрәк. Яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа ынтылғандар ғына был донъяла бәхетле була. Хоҙай тарафынан бирелгән ғүмереңде илау-һыҡтауҙарға арнайһыңмы, әллә инде матур бер йырға әйләндерәһеңме – быныһы һәр кемдең үҙ эше. Әммә ҡара һыҙаттың теге яғында һәр саҡ аҡ һыҙат булыуына иманым камил, берүк донъянан төңөлмәгеҙ! – ти ул.

Ихласлығы, алсаҡлығы йөҙөнә сыҡҡан был ханымдың һәр һөйләгән һүҙе, әйткән теләге йөрәккә май булып яғыла, күңелгә дәрт, киләсәккә ышаныс өҫтәй. Икәүләшеп урам буйлап атлағанда, уның әйләнә-тирәләгеләргә битараф түгеллеген аңлайым. Осраған бер танышы менән ихлас иҫәнләшеп, алсаҡ йылмайыуын бүләк итеп үтә.

...Ҡала урамынан атлап киләм. Ҡаршыма зәғиф бала етәкләгән ҡатын осрай. Йыш күрәм үҙен, көн дә ҡыҙын саф һауаға алып сыға ул.

Мейемде йәшен тиҙлегендә бер уй телеп үтә: «Балаларыбыҙҙың дүрт һаны төгәл булһын. Был ханыма түҙемлек бир, Хоҙайым». Эйе, Таңһылыу әйткәйне, балаң иҫән-һау, йүгереп йөрөй икән, шөкөр ит, зәғиф, ғәриптәргә Алланан сабырлыҡ һора, тип.

«Бөгөн ашарға ризығың бар икән, уның өсөн Хоҙайға рәхмәт уҡы, ҡыуан, сөнки бер киҫәк икмәккә лә зар-интизар булып йәшәгәндәр етерлек. Ҡулыңдан килһә, ундай¬ҙарға ярҙам ит, урап уҙма.... »

Эйе, үҙ донъябыҙҙа ҡайнап, бөтмәҫ мәшәҡәттәрҙән арына алмай, күп ваҡыт тирә-яғыбыҙҙағыларға иғтибар итмәй йәшәргә күнеккәнбеҙ. Үҙебеҙҙән юғарыларға көнләшеп түгел, һоҡланып ҡарап, ә мохтаждарҙы күреп, үҙ көнитмешебеҙгә шөкөр ҡылып көн итһәк, тормошобоҙ ҙа, бәлки, аҙ ғына булһа ла яҡшыраҡ, күңелебеҙ ҙә бөтөнөрәк, яҡтыраҡ булыр ине...
Читайте нас: