Иң мөһимдәрҙән һаналған “Демография” проекты өсөн республикала 34,4 миллиард һум бүленә. Өлкән быуындың тормошон яҡшыртыу, тыуымды арттырыуҙы дәртләндереү, сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыусыларҙы күбәйтеү - уның маҡсаты.
Ярҙамға мохтаж яңғыҙ оло кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү йәмғиәт тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Ул олоғайған кешеләргә йәшәүгә ышаныс өҫтәй. Күңел йылыңды йәлләмәй, ярҙам итәһең, изгелек ҡылаһың икән, ул мотлаҡ үҙеңә кире әйләнеп ҡайта.
Халыҡ-ара ололар көнөн өлкән йәштәге граждандар һәм инвалидтарҙы хеҙмәтләндереү үҙәгендә көтөп алалар. Ҡарттар йортонда республиканың төрлө мөйөшөнән 47 кеше йәшәй, һәр береһенең үҙ тормошо, үҙ яҙмышы. Байрам айҡанлы район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов ололарҙы ҡотлап, йылы һүҙҙәрен еткерҙе, бүләктәр тапшырҙы. Шулай уҡ учреждение етәкселеге лә уларға һаулыҡ һәм ҡыуаныстар күберәк булыуын теләне. Ҡала мәҙәниәт һарайы үҙешмәкәр артистары сығышы көн дауамына уларға дәрт, ҡыуаныс өҫтәне.
Өлкәндәрҙең йөҙҙәрендәге моңһоулыҡ юҡҡа сығып, күңелдәре күтәрелеп, күҙҙәрендә шатлыҡ сатҡылары ҡабынды.
Йылдар пәрҙәһен һүтеп, хәтерләүҙәр, йыр-моң аша, хыялда ғына булһа ла, һәр береһе үткәндәргә әйләнеп ҡайтты. Әлбиттә, ваҡыт аҡҡан һыу кеүек, нисек кенә теләһәк тә, шул уҡ хистәрҙе, бер үк ваҡиғаларҙы яңынан йәшәп булмай… Шуныһы менән ғүмер ҡәҙерле лә инде.
Һүрәттә: район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов йылы һүҙҙәрен еткерҙе.
Күңелгә бер йылы һүҙ етә.