ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь 2019, 15:26

Һәр ваҡыт былай булмаясаҡ…

Тормоштоң төрлө сағы була. Ул гел уйын-көлкө, уңыш - бәхеттән генә туҡылмаған, шуға күрә лә бәхет менән бәхетһеҙлек, ҡайғы-шатлыҡ, аҡ һәм ҡара сиратлап килеүсән.

Тормоштоң төрлө сағы була. Ул гел уйын-көлкө, уңыш - бәхеттән генә туҡылмаған, шуға күрә лә бәхет менән бәхетһеҙлек, ҡайғы-шатлыҡ, аҡ һәм ҡара сиратлап килеүсән.

Күңел тигәнең үтә нескә һәм һиҙгер, шуға ла оло еңеүҙәр, ҡыуаныстар кешене ете ҡат күккә күтәрһә, ауырлыҡтар, бөтмәҫ мәшәҡәттәр баҫып киткәндә әҙәм балаһының төшөнкөлөккә, өмөтһөҙлөккә бирелеп китеүе лә ихтимал. Әммә тормошта бер нәмә лә мәңгелек түгел, ҡыйын мәлдәр ҙә ваҡытлыса ғына, бары тик уларҙы сабыр ғына үткәреү кәрәк. Башың әйләнерлек уңыштарҙы ла дөрөҫ күтәрә белеү мөһим, сөнки улар ҙа тормошҡа хас шартлы төшөнсә икәне билдәле.

Күп осраҡта беҙ түҙемлегебеҙҙе юябыҙ, бер сиктән икенсеһенә бәреләбеҙ, килеп тыуған ҡатмарлыҡтар мәңге бөтмәҫ кеүек тойола башлай. Бер төрлөлөктән ялҡып, тормошто бер нисек тә үҙгәртә алмай ыҙаланған саҡтар ҙа булып ала. Бындай осорҙо һәр кем үҙенсә кисерә - көслөләр үҙен ҡулға ала, килеп тыуған хәлдән сығыу юлын эҙләй, ә кемдер насар ғәҙәт ҡолона әйләнә, үҙ-үҙенә йомола, сиргә һабыша, өмөтһөҙлөккә тарый.

Ҡыуаныс-шатлыҡтан, дан - шөһрәттән башы әйләнеп, аяғы ерҙән айырылған саҡтары ла йыш була әҙәм балаһының. Дәрәжәһен, байлығын, уңышын дөрөҫ күтәрә алмағандар ҙа етерлек. Шундай хәл-күренештәргә шаһит булырға тура килгәндә, ни эшләптер йыш ҡына ошо аҡыл иҫкә төшә.

Урам буйлап китеп барған ир юл ситендә ултырған ҡартты күреп ҡалған да:

- Бабай, аҡыллы кеше булараҡ, әйт әле, мин йәш, көслө ир булһам да, эш таба алмайым, ҡатыным да бер эш эшләмәй, улым да эшһеҙ, ә ҡыҙым - йөрөмтәл. Ни хәл итәйем? – тип һораған.

Ҡарт уға:

- Ҡайт та, ишегеңә «Һәр ваҡыт былай булмаясаҡ» тигән яҙыу элеп ҡуй, - тип кәңәш биргән.

Күп тә үтмәй теге ирҙең ҡатыны эш тапҡан, улы ла, үҙе лә яҡшы эшкә урынлашҡан, ҡыҙы иһә аҡыллы, ипле кейәүгә сыҡҡан.

Бер ваҡыт ул тағы теге ҡартты тап иткән:

- Шунан, бабай, хәлдәрең нисек? Минең тормошом яйланды, барыһы ла яҡшы. Тағы ниндәй кәңәштәр бирерһең?

Ҡарт уға уйсан ғына ҡараш ташлаған да, серле йылмайып:

- Теге яҙыуҙы ташлама…- тигән.

Тормош булғас, унда төрлө хәлдәр осрар. Ҡыйынлыҡтар үтер, бәхетһеҙлек тә ваҡытлыса ғына булыр, юғалтыуҙар аша табыштары килер. Донъя ҡуласа булып төрлөсә әйләнеп-тулғаныр. Бары тик беҙҙең күңелдәрҙән өмөт, киләсәккә ышаныс ҡына юғалмаһын ине.
Читайте нас: