ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Октябрь 2019, 14:56

12-се Халыҡ иҫәбен алыу

2020 йылда Рәсәй тарихында 12-се Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһын яңы форматта үткәреү ҡарала. “Дәүләт хеҙмәте” порталында онлайн-анкета һорауҙарына яуап биреү мөмкинлеге бирелә.

“Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу” федераль законына ярашлы, был сара 10 йылға бер уҙғарыла. Киләһе йылдағыһы “2019-2020 йылдарҙа халыҡ иҫәбен алыу һәм торлаҡ фонды” бөтә донъя программаһы өлөшө булып тора. Был кампания 80 илдә бара.


Быға тиклем Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы 2010 йылда үткәрелде. Кампанияны ойоштороуҙа яңылыҡтар бар. Бөтә урындарҙа ла иҫәп алыусылар йөрөмәй. Мәғлүмәт интернет аша йыйыла, ҡағыҙ бланкылар урынына махсус планшеттар ҡулланыла. Кампания барышында иҫәп алыусы вазифаһына ирекмәндәр йәлеп ителә. Йыш осраған проблемаларҙың береһе - ул ер участкаларының дөрөҫ ыҙанланмауы. Бер майҙанда ике йорт төҙөлгән, документ буйынса берәүһе генә күрһәтелгән. Кеше фатирында ваҡытлыса йәшәүселәрҙең күплеге лә билдәле ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Республикала йорттар һәм адрестар буйынса мәғлүмәтте туплау эшендә барлығы 1 мең 200-ҙән ашыу теркәүсе ҡатнаша. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу киләһе йылдың 1-нән 31 октябргә тиклем дауам итәсәк.
Читайте нас: