Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Октябрь 2019, 19:31

Ғаилә бәхете татып йәшәгәндәр

Шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы, уй-кисерештәрҙе, хыялдарҙы, тормош ауырлыҡтарын уртаҡлашып, берең өсөн икенсең өҙөлөп торғанда ғына ғаилә бәхете булалыр ул.

Шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы, уй-кисерештәрҙе, хыялдарҙы, тормош ауырлыҡтарын уртаҡлашып, берең өсөн икенсең өҙөлөп торғанда ғына ғаилә бәхете булалыр ул.
Ҡала мәҙәниәт һарайында алтын туйҙарын билдәләүсе өс ғаиләне - Флүрә һәм Салауатулла Йәрмөхәмәтовтар, Тамара һәм Владимир Литвяковтар, Надежда һәм Геннадий Иштыковтарҙы бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Сараға юбилярҙарҙың балалары, яҡындары, ейән-ейәнсәрҙәре, хеҙмәт иткән урындарҙан вәкилдәр ҡотларға килгән ине.
Ярты быуат ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәгән парҙар - күптәргә өлгө. Уларҙы йәштәр эше буйынса сектор мөдире Алёна Сахарова Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдиновтың ҡотлау сәләмен һәм бүләктәр тапшырҙы.
Флүрә һәм Салауатулла Йәрмөхәмәтовтар береһе Хәйбулла, икенсеһе Күгәрсен райондарынан. Яҙмыш уларҙы табыштырған һәм ғүмерлеккә ҡауыштырған, хатта тыуған көндәре лә бер айҙа. Тормош һынауҙарына бирешмәй ике улға ғүмер бүләк иткән улар. “Йәшәү - ул баҫыу үтеү түгел. Татыу ғүмер кисереү өсөн бер-береңде хөрмәт итеү, түҙемле булыу, асыу тотмау зарур, ваҡытында бер-береңә юл ҡуйырға кәрәк”, - ти Надежда Иштыкова. Уларға Людмила Михайлова башҡарыуында йырҙар бүләк булып яңғыраны.
Ғаилә бәхете татып йәшәгән парҙар ғына иңгә-иң терәп, етәкләшеп һикәлтәле ғүмер юлын оҙон-оҙаҡ йылдар бергә үтә ала. 50 йыл бергә йәшәгән парҙарҙы күреү күңелдә матур тойғолар уята.
Лилиә АРЫҪЛАНОВА.
Һүрәттә: бәхетле парҙар - алтын юбилярҙар.
Автор фотоһы.
Читайте нас: