ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Октябрь 2019, 13:57

Теүәл иҫәп алынасаҡ

2010 йылдан һуң илдә демография өлкәһендә 40 миллион самаһы үҙгәреш теркәлгән: кемдер тыуған, вафат булған, яңы ғаилә ҡорған, берәүҙәр айырылышҡан, йәшәү урындарын алмаштырған… Башҡортостан халыҡ һаны буйынса Рәсәйҙә етенсе урынды биләй.

Республиканың бүленеше ябай түгел – 54 муниципаль берәмек, 8 ҡала округы, 818 ауыл биләмәһе иҫәпләнә. Тағы мөһим үҙенсәлеге - төрлө дингә ҡараған күп милләтле халҡы. Былар барыһы ла эште ҡатмарлаштыра, кадрҙар һайлағанда, аңлатыу эше алып барғанда айырым иғтибар талап ителә. Мәғлүмәт биргәндә лә башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш, мари, удмурт һәм башҡа телдәрҙә сыҡҡан баҫма матбуғатҡа мөрәжәғәт итергә тура килә. Төпкөлдә йәшәгән халыҡ менән эш 2020 йылдың 1 апреленән 20 декабргә тиклем барасаҡ. Ғөмүмән, индерелгән яңылыҡтар халыҡ өсөн уңайлылыҡ тыуҙырыу, йыйылған мәғлүмәт сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән.

Сөмбөл Үҙәнбаева әҙерләне.
Читайте нас: