ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Октябрь 2019, 18:16

Мутлашыусынан айырыла

Берҙәм интернет системаһының ”Дәүләт хеҙмәте” порталында электрон анкетаны үҙеңә һәм ғаилә ағзаларына тултырыу мөмкинлеге бирелә.

Берҙәм интернет системаһының ”Дәүләт хеҙмәте” порталында электрон
анкетаны үҙеңә һәм ғаилә ағзаларына тултырыу мөмкинлеге бирелә. Шулай уҡ урындағы күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә була. Онлайн иҫәп алыуҙа ҡатнашҡандарға бирелгән цифрлы кодты иҫәп алыусыға атарға кәрәк буласаҡ. Махсус кейемдә, паспорт менән бергә күрһәтергә тейешле танытмаһы булған хеҙмәткәрҙәр 27 октябргә тиклем һәр йортто, фатирҙы урап сығырға, планшетҡа мәғлүмәт тултырырға бурыслы. Әгәр граждандар йортҡа сит кешене индерергә теләмәһә, һәр ерҙә ойошторолған участкала иҫәп алыу үтә ала. 28 октябрҙән 31-нә тиклем эштең һөҙөмтәлелеген асыҡлау маҡсатында яуаплы шәхестәр ун торлаҡ бинаны яңынан тикшерәсәк.
Читайте нас: