Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Октябрь 2019, 13:09

Башҡортостанда ҡар ҡатыш ямғыр, юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә

Башҡортостанда синоптиктар көндәрҙең һалҡынайтыуын фаразлай.

Башҡортостанда синоптиктар көндәрҙең һалҡынайтыуын фаразлай.
17 октябрҙә көндөҙ урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы мөмкин. Ел көндөҙ көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0,-5, көндөҙ +2,+7 градус. Юлдарҙа томан һәм боҙлауыҡ.
18 октябрҙә төндә бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә, төньяҡ райондарҙа ҡар ҡатыш, көндөҙ ямғыр. Төндә һәм иртән юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, төндә урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0,+5, көнсығышта -5-кә тиклем, көндөҙ +5,+10 градус.
19 октябрҙә төндә ямғыр, урыны менән ҡар ҡатыш, көндөҙ айырым райондарҙа ямғыр. Төндә һәм иртән юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +1,-4, аяҙытҡанда -8-гә тиклем, көндөҙ +1,+6 градус.
Читайте нас: