ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Октябрь 2019, 16:53

Миллионерға ни етмәгән?

Дүртөйлө миллионеры психиатрия дауаханаһына оҙатыла.

Телдәрҙе өйрәнеү буйынса Lingualeo онлайн-сервисын барлыҡҡа килтергән 35 йәшлек Дүртөйлө миллионеры Айнур Абдулнасировтың 47 йәшлек апаһын үлтереүҙә ғәйепләнә. Апаһының психик сирле булыуы Айнурҙы сығырынан сығара торған булған, ә бер көн уның аңһыҙ тәртибенә түҙмәй, егет бысаҡ менән сәнсә. Ҡатын шунда уҡ үлә, Айнурҙы полиция ҡулға ала.


Тикшереү ваҡытында экспертиза егеттең психик сирле икәнен, ауырыуы 2013 йылда уҡ үҙен һиҙҙергәнен иҫбатлаған. Белгестәр апаһы менән талашҡанда егет ни ҡылғанын аңламаған тигән һығымтаға килгән. Суд быны иҫәпкә алып, енәйәтсене психиатрия дауаханаһына оҙатыу тураһында ҡарар сығарған.

Әҡлимә Ғизәтуллина.



Читайте нас: