Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары яңы йыл байрамдары осоронда хәмерҙе күпләп ҡулланыуҙы сикләү буйынса саралар әҙерләргә йыйына. Ошо проблема хаҡында кисә хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Яңы йыл каникулында төбәктә иҫерткес эсемлектәр һатыу йәһәтенән махсус сараларға барырға әҙермен, тине ул. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев фекеренсә, республика башлығы был проблеманы дөрөҫ һәм ваҡытында күтәреп сыҡты.
«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оҙайлы яңы йыл байрамдарында хәмер эсеп, йәмәғәт тәртибен боҙоуҙар, енәйәттәр һанының артыуы даими билдәләнә. Бөтәһе лә мәҙәни байрам итә белмәй. Ошо проблеманы нисек хәл итеү тураһында уйларға кәрәк. Тыйыуҙар менән генә эш барып сыҡмаҫ. Халыҡтың билдәле бер категорияһында байрамда мотлаҡ алкоголь ҡулланырға тигән фекер йәшәй. Был «традиция» күптән бар. Шул уҡ ваҡытта йәмғиәттә кире тенденция — сәләмәт йәшәү рәүешенә ынтылыш күҙәтелә. Уны хупларға, яңы йыл байрамдарында спорт һәм мәҙәни ял итеү мөмкинлектәрен киңәйтергә, күпселек халыҡты йәлеп итергә кәрәк. Икенсе яҡтан, ошо көндәрҙә спиртлы эсемлектәрҙе ирекле һатыуҙы сикләү өсөн республика ҡануниәтенә үҙгәрештәр индерергә мөмкин», — тип билдәләне республика парламенты спикеры.
Дәүләт Йыйылышы әлеге мәсьәләне хәл итеү буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә башланы ла инде. Уларҙы парламент сайтында ла ҡалдырырға була.
«Киң йәмәғәтселекте үҙ-ара килешеп эш итергә саҡырабыҙ. Билдәләнгән темаға бәйле ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса төрлө конструктив тәҡдимдәрҙе тыңларға әҙербеҙ».
Парламент рәйесе һуңғы ваҡытта республика парламентының алкоголь һатыуҙы сикләүгә бәйле бер нисә закон ҡабул итеүен дә хәтергә төшөрҙө. Һуңғы ҡыңғырау һәм һабантуй уҙғарылған көндәрҙә, Йәштәр көнөндә, Белем көнөндә хәмер һатыу тыйыла. Республика халҡы был сараларҙы ыңғай ҡабул итте, уларҙы ҡулланыу тәжрибәһе күмәк халыҡ ҡатнашлығында үткәрелгән сараларҙа йәмәғәт тәртибенең һиҙелерлек яҡшырыуын күрһәтте.