Район Советының сираттағы киңәйтелгән ултырышында депутаттар опека һәм попечителлек бүлеге, балиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуғын яҡлау секторы, мәҙәниәт бүлеге, физик культура һәм спорт секторы, йәштәр секторы эшмәкәрлеге менән танышты. Улар иғтибарҙы проблемаларға йүнәлтте. Киләсәктә йәмғиәт көслө, тотороҡло булһын өсөн бөгөн йәш быуынға иғтибар ҙур булырға тейеш. Айырыуса яуыз көстәргә йәш аңдарҙы томалауға юл ҡуйырға ярамай. Уларҙың ташып торған дәртен дөрөҫ юҫыҡҡа йүнәлтеү, ҡыҙыҡһыныуҙарын ҡәнәғәтләндереү зарур.