Конгэк
+20 °С
Болотло
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
ОК
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Октябрь 2019, 19:02
торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү арта
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙең уртаса күләме яҡынса 3,6% арта.
2020 йылдың икенсе яртыһында Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙең уртаса күләме яҡынса 3,6% арта. Тарифтарҙың 3,6-4,9% артыуы илдең күпселек төбәктәре өсөн хас, тип билдәләнә Рәсәй хөкүмәте бойороғонда. Киләһе йылда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтары бөтәһенән дә нығыраҡ Чечен Республикаһында (6,5%), Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында (5,4%) һәм Дағстан Республикаһында (5,2%) ҡиммәтләнә. Ненец автономиялы округында йәшәүселәр өсөн коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү 2,4% ғына арттырыла.
Уның ҡарауы, Мәскәүҙә киләһе йылдың икенсе яртыһында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү уртаса 5% арта. Мәскәү өлкәһендә - 4,1%, Санкт-Петербургта - 3,8%.
Инфляцияның күтәрелеүе сәбәпле 2020 йылдың беренсе ярты йыллығында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтары арттырылмай.
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты