Конгэк
-13 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Ноябрь 2019, 18:33

Сифатлы тун һайлайбыҙ

Был донъяла шәшке тун тураһында хыялланмаған бер генә ҡатын-ҡыҙ юктыр, моғайын. Бөгөн теләгән кешегә шәшке, төрлө туҡымаларҙан тегелгән ғәҙәти булмаған өҫ кейемен алырға була. Хаҡы яғынан да күп магазиндарҙа ташламалар, өлөшләп түләү мөмкинлектәре ҡаралған. Бары тик сифаты ғына ышаныслы булһын. Көн һыуытыу менән халыҡ йылы кейем һайларға тотона. 2002 йылдан уҡ әсәһе Маргарита Егорова менән бергә тун һатыу менән шөғөлләнә башлаған “Афродита” магазины етәксеһе Ольга Куценко менән әңгәмәбеҙ.

Был донъяла шәшке тун тураһында хыялланмаған бер генә ҡатын-ҡыҙ юктыр, моғайын. Бөгөн теләгән кешегә шәшке, төрлө туҡымаларҙан тегелгән ғәҙәти булмаған өҫ кейемен алырға була. Хаҡы яғынан да күп магазиндарҙа ташламалар, өлөшләп түләү мөмкинлектәре ҡаралған. Бары тик сифаты ғына ышаныслы булһын. Көн һыуытыу менән халыҡ йылы кейем һайларға тотона. 2002 йылдан уҡ әсәһе Маргарита Егорова менән бергә тун һатыу менән шөғөлләнә башлаған “Афродита” магазины етәксеһе Ольга Куценко менән әңгәмәбеҙ.
- Ҡулланыусыға сифатлы тун икәнен нисек белергә?
- Сифат - ысынлап та мөһим. Йыш ҡына, тундың йөнө ҡойола, төҫө үҙгәрә, тип зарланусылар бар. Тун һайлауға бик яуаплы ҡарарға кәрәк. Бөгөн “күн өлкәһендә” сифатһыҙ ялған тауарҙар башҡа бизнес төрҙәре кеүек бихисап. Һайлағанда, иғтибарлы булыу мотлаҡ. Сифатлыһын айырыу өсөн ниндәй ҡиммәтле йәнлек икәнен белеү мөһим. Ҡара шәшкенеке юғары баһалана. Беҙҙең магазинда күбеһенсә Пятигорск ҡалаһы фабрикаһының Скандинавия төрҙәре, йәшенән олоһона ассортимент киң.
- Һатып алыусыға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
- Тунды һыйпап ҡарағыҙ, ул тауыш сығарырға, ҡыштырҙарға тейеш түгел. Йөнө йомшаҡ, һығылмалы булһын, ялтырап торһон. Уны ҡулығыҙ менән һыпырығыҙ, уста ҡылҡалмаһа - яҡшы.
Ҡайһы бер һатыусылар, сифатһыҙ тауарҙан ҡотолоу өсөн, арзан материалдан тегелгән шәшке тундарҙы буяй. Беренсе ҡарашҡа ялғанды ысынынан айырыу ауырыраҡ. Бының өсөн мамығын айырып ҡарарға кәрәк: ысын тундың тиреһе ҡара, ә буялғандыҡы аҡ төҫтә була.
- Был тауар бик ҡиммәт, бәхәс килеп тыуғанда нимә эшләйһегеҙ?
- Тауарҙы һатыуға сертификатыбыҙ бар, шулай уҡ тундарға контроль-идентификацияһы билдәһе ҡуйылған. Етешһеҙлектәре булһа, гарантияла булған осраҡта тауарҙы кире ҡайтарырға мөмкин. Ҡулланыусы менән бәхәс тыуһа, экспертиза уҙғарыу ысулы отошло.
- Йәйге көндәрҙә махсус һаҡлау ысулы бармы?
- Минеңсә, юҡ. Күптәр уны һыуытҡысҡа һалып, төргөләп тә бөтә. Мин үҙем ун йылдан ашыу кейәм шәшке тунымды, бөтә кейемдәрем кеүек шкафта элеүле тора. Көйә төшөүҙән бик ҡурҡҡан осраҡта эленгән урынға берәй еҫле үлән һалырға була. Оҙаҡ хеҙмәт итһен тиһәгеҙ, сумканы яуырында йөрөтмәү зарур, сөнки шул урыны ғына ҡырыласаҡ.
- Алданмаҫ өсөн ҡайҙан һатып алыу отошло?
- Кейемде бары тик гарантия бирә торған танылған магазиндарҙан алырға кәрәк. ГОСТ талаптары буйынса фабрикала тегелгәне сифатлы. Интернет аша әйбер һатып алам, тип күпме кеше аҡсаһынан да ҡолаҡ ҡаға, әйберен дә ала алмай. Бындай хәлдәр йыш булып торһа ла, халыҡ һаман булһа алдаҡсыларҙың тоҙағына эләгеүен дауам итә. Шуға үҙең йәки таныштар белгән магазиндан алыу күңелһеҙ хәл тыуҙырмаҫ, тип уйлайым.
- Сифатлы шәшке тунды һайлап алыуы еңел икән дә. Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!
Автор фотоһы.
Читайте нас: