Алдағы өс көндә республикала тағы ла нығыраҡ йылыта, тип хәбәр иттеләр Башгидрометтан.
Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 6 ноябрҙә республикала болотло һауа торошо фаразлана. Урыны менән бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуа. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән.
Һауа температураһы көндөҙ — 2-7 градус йылы.
7 ноябрҙә синоптиктар төндә урыны менән бер аҙ ямғыр фаразлай. Көндөҙ бер аҙ ямғыр. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә — 2-7 градус йылы, көньяҡ-көнсығышта минус 3-кә тиклем. Көндөҙ — 5-10 градус йылы.
8 ноябрҙә республикала бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Көндөҙ төньяҡта ҡар ҡатыш. Төньяҡ һәм таулы райондарҙа юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, йүнәлешен төньяҡҡа үҙгәртеп талғын.
Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ — 0-дән плюс 5 градусҡа тиклем. Көндөҙ республиканың көньяғында — 3-8 градус йылы.