Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Ноябрь 2019, 18:54

Күңел һауытығыҙ нимә менән тулы?

Бер кеше алма баҡсаһы уратып алған ҙур, матур йорт һатып алған. Ә эргәһендә генә бик көнсөл һәм кенәсел әҙәм йәшәгән. Уның гел генә күтәренке кәйефле, егәрле яңы күршеһенең теңкәһенә тейгеһе килеп торған.

Бер кеше алма баҡсаһы уратып алған ҙур, матур йорт һатып алған. Ә эргәһендә генә бик көнсөл һәм кенәсел әҙәм йәшәгән. Уның гел генә күтәренке кәйефле, егәрле яңы күршеһенең теңкәһенә тейгеһе килеп торған. Нисек итеп зитына тейергә белмәй, яңынан-яңы этлек уйлап сығарған. Ҡапҡаһы янына сүп-сарын ташлаған, бысраҡ һыуын түккән, йә башҡа төрлө әшәкелек ҡылған.

Бер ваҡыт күршеһе бик яҡшы кәйефтә уянған. Сыҡһа, тупһаһында бер күнәк йыуынды һыу ултыра ти. Күп уйлап тормай, күнәкте ялтыратҡансы ышҡып йыуа ла, баҡсаһынан иң матур һәм эре алмаларҙы тултырып, күршеһенә алып ингән.

Быға тиклем бөтә ҡылығына ла битараф булған күршеһен үҙенең ихатаһына ингәнен күреп, көнсөл бәндә, ниһайәт, йәненә тейҙем, тип ҡыуанған.

Ишекте асһа, нимәм бар шуның менән бүлешәм тип, бер күнәк алма тотоп күршеһе йылмайып баҫып тора ти.
Читайте нас: