ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Ноябрь 2019, 13:10

"Шыйыҡ" быуын

Улар тормошто әкиәт итеп ҡабул итә. Төймәләй генә ҡыйынлыҡты ла дөйәләй итеп күрә. Ауырлыҡтарға ла әҙер түгел үҙҙәре. Шөғөлдәре, ҡыҙыҡһыныуҙары ла юҡ. Көндәре, төндәре ошонда, интернетта ултырып үтә.

Улар тормошто әкиәт итеп ҡабул итә. Төймәләй генә ҡыйынлыҡты ла дөйәләй итеп күрә. Ауырлыҡтарға ла әҙер түгел үҙҙәре. Шөғөлдәре, ҡыҙыҡһыныуҙары ла юҡ. Көндәре, төндәре ошонда, интернетта ултырып үтә. Юҡ-бар мәғлүмәт сүпләп, килде-китте постар уҡып, бер-береһенә комментарий, лайктар "сәпәп". Хыялдары бай, еңел тормош хаҡында. Диңгеҙ, хан һарайындай йорт, алтын-көмөш, шәп машина... Улар үҙҙәрен принц һәм принцесса итеп хис итә, шуға ла тап шул әкиәттәрҙә генә йәшәгән йәрҙәрҙе эҙләй. Әкиәти тормош хаҡында хыялланғанға күрә, ысын тормошта уларҙың юҡлығы баштарына ла инеп сыҡмай...Биҙәнеп-төҙәнеп, көнөнә ун төрлө фото ҡуйыуҙан, шуларға лайк йыйыуҙан ләззәт табып йәшәй улар. Бер-береһе алдында байыраҡ, матурыраҡ булып күренергә тырыша. Эшләргә теләмәгән, әммә етеш тормош хаҡында хыялланған "шыйыҡ" быуын...Уйлаһаң...ҡурҡыныс булып китә. Шулар ҡулына ҡаласаҡ донъя...Шул быуын ҡулына...


Ошо һүҙҙәр менән килешәһегеҙме? Гәзит уҡыусыларыбыҙ, һеҙҙе фекер алышыуға саҡырабыҙ! Комментарийҙар ҡалдырығыҙ.
Читайте нас: