Конгэк
+16 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Ноябрь 2019, 19:59
Ҡунаҡ килмәгән йортҡа фәрештә инмәй
Бер ҡатын Мөхәммәт (с.ғ.с) пәйғәмбәргә иренең өйөнә йыш һәм күп ҡунаҡ алып ҡайтыуына зарланған. Аллаһ илсеһе бер нәмә лә әйтмәгән, әммә бер аҙҙан уларға ҡунаҡҡа барасағын иҫкәрткән.
Бер ҡатын Мөхәммәт (с.ғ.с) пәйғәмбәргә иренең өйөнә йыш һәм күп ҡунаҡ алып ҡайтыуына зарланған. Аллаһ илсеһе бер нәмә лә әйтмәгән, әммә бер аҙҙан уларға ҡунаҡҡа барасағын иҫкәрткән.
Ҡатын да, ир ҙә бик ҡыуанған. Мул табын әҙерләп, бик йылы ҡаршы алалар. Пәйғәмбәр бер аҙ ултыра ла, ҡунаҡсыллыҡтары өсөн рәхмәт әйтеп, ҡайтырға булған. Сыҡҡан ваҡытта ирҙән ҡатынының ишек тупһаһына ҡарауын үтенгән.
Ҡатын шулай эшләгән һәм саҡ һуштан яҙмаған: пәйғәмбәрҙең артынан ҡуңғыҙҙар, тараҡандар, ҡорттар һәм башҡа береһенән-береһе ҡурҡыныс һәм имәнес нәмәләр сыҡҡанын күргән.
Шул ваҡыт пәйғәмбәр артына әйләнә лә:
- Бына шулай... Килгән һәр ҡунаҡ артынан бөтә насар нәмә китә. Шуға күрә йортоғоҙға ингән һәр кешене яҡшы итеп ҡаршы алырға, хөрмәт күрһәтергә кәрәк. Аллаһы тәғәлә ҡунаҡсыл йортто һәм уларҙың хужаларын ярата, - тигән.
Олоһона ла, кесеһенә лә асыҡ йортҡа һәр ваҡыт именлек, бәрәкәт һәм байлыҡ килә.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?