Минең бер танышым бар. Ул һәр ваҡыт аҡса еткерә алмауына зарлана. Эш хаҡын дөрөҫ яҙмауҙарына, кемдеңдер уның кеҫәһенә, өлөшөнә төшөүенә, ғәҙел булмауҙарына шикләнә. Шуның менән ул үҙенең ҡомағайлығын белдерә. Ҡомһоҙлоҡ – ул ике хис-тойғо арҡаһында барлыҡҡа килгән кире сифат. Уның береһе - бөтә нәмәгә эйә булырға теләү һәм икенсеһе - булғанын юғалтыуҙан, мәхрүм ҡалыуҙан ҡурҡыу. Бай булырға, етеш тормошта йәшәргә теләһәк, киреһенсә, беҙгә үҙебеҙгә изге уйҙа, йомарт булырға, мохтаждар менән бүлешергә кәрәк, тигән боронғо фәйләсуфтар. Йомарт кеше килем, байлыҡ өсөн һәр ваҡыт асыҡ. Үҙенеке менән еңел бүлешкәс, күберәк ала, алғанының бәрәкәтен күрә. Ә нәфсе, ҡомһоҙлоҡ, этлек байлыҡ килә торған юлға кәртә ҡуя. Бынан бик күп йылдар элек йәшәгән аҡыл эйәләре лә шундай фекерҙә.
Ҡомһоҙлоҡ - ул тейешленән күберәккә эйә булырға теләү.
Ҡомһоҙлоҡ - тыныс тормоштоң дошманы.
Нәфселе, власҡа ынтылған кеше эшенән бер ҡасан да кинәнес алмай. Улар үҙенең һәләте, эше менән маҡтанмаған кешеләрҙең бәхетле йәшәгәнен, ҡәнәғәтлек кисергәнен бер ҡасан да аңламаясаҡ.
Аҡсаһы булып та, тотонорға ҡурҡҡан кеше бай түгел.
(Боронғо мәҫәлдәр йыйынтығы).
Ҡомһоҙға бер ҡасан да бер нәмә лә етмәй.
Власть һәм аҡса яратыу ҡанһыҙлыҡҡа килтерә.
Ҡарун кеүек мал йыйғансы, яҡшы исемең ҡалһын.
Һандарҙы аҡыллы кеше түгел, ә һарандар яҡшыраҡ иҫендә ҡалдыра.
Эпикур әйткән: бай булғың килһә, мөлкәтеңде арттырыу тураһында уйланма, ә ҡомһоҙлоғоңдо бөтөр.
Нәфсегә баш булмайынса бер юлы бер нисә маҡсатҡа ынтылабыҙ һәм, һөҙөмтәлә, иң мөһимен ҡулдан ысҡындырабыҙ.
Ҡомһоҙ кеше һәр ваҡыт үҙен ярлы тоя.
Ҡомһоҙлоҡ һәм бәхет бер ҡасан да осраша алмай. Уларҙың бер-береһе менән таныш түгеллегенә аптырарға ярамай.
Нәфсе Ватанға, ғаиләгә һөйөү, изге эштәргә булған мөнәсәбәт кеүек иң матур тойғоларҙы ла үлтерергә һәләтле.
Бөтә яуызлыҡтың башы - ҡомһоҙлоҡта.