Конгэк
+2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2019, 11:59

Әсәләр нур сәсәләр

Әсәйҙәр көнө айҡанлы ҡалала төрлө саралар ойошторола. “Хыял” 3-сө балалар баҡсаһында матур биҙәлгән залда байрам уҙғарылды. Бында күп балалы әсәйҙәр ҡыҙҙары менән тамаша әҙерләгәйне.

Әсәйҙәр көнө айҡанлы ҡалала төрлө саралар ойошторола. “Хыял” 3-сө балалар баҡсаһында матур биҙәлгән залда байрам уҙғарылды. Бында күп балалы әсәйҙәр ҡыҙҙары менән тамаша әҙерләгәйне.
Уны физик культура буйынса инструктор Алла Пластовец һәм тәрбиәсе Светлана Худякова алып барҙы. Район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Жанна Ғәйетҡолова күркәм байрам менән ҡотлап, “Ноябрь айының аҙаҡҡы аҙнаһында уҙғарылған иң яҡты, йылы байрамдарҙың береһе - Әсә көнө. Балаларға бәләкәйҙән уның әһәмиәтен өйрәтеп үҫтерергә тейешбеҙ, сөнки был - тотош ғаилә байрамы. Доньяның рәхәтен, тормоштоң михнәтен, күңелдең сафлығын, намыҫтың паклығын аңларға өйрәтеүсе ул - әсәй!”, - тине һәм гүзәл заттарға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Артабан әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар бейеү башҡарҙы, кескәйҙәр яҡын кешеләре тураһында шиғырҙар һөйләне. “Әсә менән бала мөнәсәбәте”, “Ғаиләне нисек күҙ алдына килтерәбеҙ” уйындарын уйнаған арала, тәрбиәсе Светлана Худякова килгән ҡунаҡтарҙы байрамға арналған викторина һорауҙары менән мауыҡтырҙы. Кисә аҙағында һүҙҙе дауам итеп балалар баҡсаһы мөдире Зөлфиә Дмитриева әсәйҙәргә илгә лайыҡлы балалар үҫтереүҙә уңыштар, ғаиләләренә именлек, һаулыҡ теләне. Ә кескәйҙәр үҙҙәре яһаған бүләктәрҙе сарала ҡатнашҡан әсәйҙәргә таратып, иҫтәлеккә фотоға төшөп таралышты.
Читайте нас: