Шәжәрәһен өйрәнеп, татар рок йырсыһы үҙенең башҡорт булыуын асыҡлаған. Был хәбәргә битараф ҡалған кеше юҡ, сөнки татар рок йырсыһы Альберт Исмаил үҙенең башҡорт булыуын бар донъяға хәбәр итте. Ул бының өсөн бары шәжәрәһен төҙөгән һәм ата-бабаларының кем булыуын асыҡлаған. Әлбиттә, татар йәмәғәтселеге был ваҡиғаға бик киҫкен ҡарашын белдерә, ә беҙ бында хәҡиҡәттең тантана итеүен күрәбеҙ, сөнки нисәмә быуат буйы башҡорттарҙы татарлаштырыу барҙы - был махсус алып барылған сәйәсәт ине. Бына, ниһайәт, дөрөҫлөк тантана итте. Альберт артынан тағы ла меңәрләгән милләттәшебеҙ үҙ асылына ҡайтыр әле!