Конгэк
-8 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2019, 01:02

КЕШЕЛӘРҘЕ ЯЛҠЫТМАҒЫҘ!

- Әллеү, тим,әхирәт, хәлең нисек? Ә-ә-ә...Ярай шул.. Эйе, эйе. Аһ-аһ! Улай икән дә...Ай, Аллаҡайым! Әстәғәфирулла! Шулайҙыр инде...Ишетелмәй, тиһеңме? Ҡайтып барам, тим, Салауаттан. Ҡаланан, тим, ҡаланан. Баҙарға килгәйнем. Юҡ, һеҙгә нисек инәйем, әхирәт, өйҙә бабай көтә бит. Үҙең килерһең әле. Әллеү! Ишетәһеңме? Ҡаҙ йолҡошорға килерһең, тим. Күп түгел быйыл, унау ғына ул. Мин бит...Әллеү! Әхирәт, ҡайҙа юғалдың? Өҙөлдөмө шул?

- Әллеү, тим,әхирәт, хәлең нисек? Ә-ә-ә...Ярай шул.. Эйе, эйе. Аһ-аһ! Улай икән дә...Ай, Аллаҡайым! Әстәғәфирулла! Шулайҙыр инде...Ишетелмәй, тиһеңме? Ҡайтып барам, тим, Салауаттан. Ҡаланан, тим, ҡаланан. Баҙарға килгәйнем. Юҡ, һеҙгә нисек инәйем, әхирәт, өйҙә бабай көтә бит. Үҙең килерһең әле. Әллеү! Ишетәһеңме? Ҡаҙ йолҡошорға килерһең, тим. Күп түгел быйыл, унау ғына ул. Мин бит...Әллеү! Әхирәт, ҡайҙа юғалдың? Өҙөлдөмө шул?

Уф! Мин еңел һулап ҡуйҙым. Ярай бәйләнеш өҙөлдө әле, автобуста йәнәш ултырған апайҙың тауышы башыма ҡаба башлағайны инде. Әхирәте яңынан шылтыратып ҡуймаһын, тип, теләп кенә ултырам.

Өфөгә эш менән барғайным. Әле шунан ҡайтып килеүем. Башым ауыртыуын һөйләп аңлатырлыҡ түгел. Таңғы дүрттән аяҡ өҫтөмөн бит. Баш ҡалаға таксиҙа юлланғайным, ҡайтыу иһә маршруткаға ҡалды. Урыным ошо бер туҡтауһыҙ телефон аша хәбәр һатҡан апай менән йәнәш тура килде. Урынына инеп ҡунаҡлау менән сумкаһынан телефонын һөйрәп сығарып, хәбәрен яра ла башланы ул. Ауылдағы бабайына шылтыратты, ҡыҙы менән килененең хәлдәрен белеште. Аҙаҡҡы һөйләшеүе әхирәте менән булды. Уның аты – юлы менән һатҡан хәбәренән ҡураһында нисә баш малы, ҡош-ҡорто барлығын, Салауат баҙарындағы хаҡтарҙы, килененә булған мөнәсәбәтен, кейәүенең түрә икәнен самаланым.

Сабыр кешемен үҙем. Өндәшмәнем. Асыуым килһә лә, оло кешене ҡайһылайтып шелтәләп ултырмаҡ кәрәк? Күсеп кенә ултырыр инең, автобус шығырым тулы. Хәйер, уның һөйләгәндәрен алда ултырыусы водитель дә ишетә, көҙгөһөнән бик йыш беҙҙең яҡҡа күҙ ташлай, тик апайға һүҙ әйтергә ҡыймай был ҡыйыуһыҙыраҡ йәш егет.

Ярай әле аҙыраҡ барғас күршем йоҡлап китте. Мин дә тынысландым. Тик был оҙаҡҡа барманы. Минән алда ултырған йәш ҡыҙҙың телефоны шылтыраны. Оҙаҡ ҡына һөйләште ул. Быныһы инде апай ише яр һалып хәбәр һатмай, мығырҙығы сыға. Күпмелер ваҡыт түҙҙем. Шунан башым ауыртыуы хаҡында ипле генә итеп әйттем. «Минеке ауыртмай бит!». Яуабы ошо булды. Икенсе, өсөнсө тапҡыр әйтеүем дә һөҙөмтә бирмәне. Ул, киреһенсә, миңә үсләшеп, үҙе бер туҡтауһыҙ шылтыратырға тотондо. Әле бер, әле икенсе кешенең һандарын йыя. Уның хәлен, проблемаларын егермеләп кеше тыңлауында эше лә юҡ! Шул ыңғай ҡысҡырып көлөп тә ебәрә, бәхәскә лә инеп китә. Был һөйләшеүҙәрҙән ҡыҙҙың тормошон, йәшәү рәүешен самаланым. Салауаттан Мәләүезгә килеп еткәнсе ҡолағынан телефон китмәне. Миңә мыҫҡыллы ҡараш ташлап, автобустан төшөп ҡалды...

Бындай хәлдәр аҙым һайын осрап тора. Телефонһыҙ тормошто күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын хәҙер. Күп мәшәҡәтте тап шуның аша хәл итергә өйрәнеп бөттөк. Уңайлы, һүҙ ҙә юҡ. Тик бына телефон аша һөйләшеүҙең дә үҙ ҡағиҙәләре барлығын онотоп ебәрәбеҙ.

Ни эшләп беҙҙә «Телефондан һөйләшеү тыйыла!», «Шым һөйләшеү һорала», «Тыныслыҡ һаҡлағыҙ!» тигән иҫкәртеү тамғалары бик һирәк урындарҙа ғына күренә икән?! Ниңә «Эсмәҫкә!», «Тәмәке тартмаҫҡа!», «Ишекте ныҡ итеп япмаҫҡа!» тигәндәренә телефонды дөрөҫ ҡулланыу ҡағиҙәләрен дә ҡушмаҫҡа? Кешеләр барыбер уҡыр, иғтибарға алыр ине уларҙы. Бигерәк тә аҡыл, тәрбиә кимәле түбән булғандарға бик тә ярап ҡалыр ине ул иҫкәртеүҙәр.

Кемдер кеше араһында ҡысҡырып һөйләшә, йәмһеҙ ҡылана икән, ул тик үҙенең тәртипһеҙлеген иҫбатлай, иң тәү сиратта, үҙен хөрмәт итмәй, унан килеп, әҙәп, әхлаҡ ҡағиҙәләрен һанға һуҡмай.

Тормоштоң яҙылған һәм яҙылмаған ҡанундары бар. Шуларҙы иҫтән сығармаһаҡ ине. Әйләнә-тирәләгеләргә хөрмәт менән ҡарарға, иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға өйрәнһәк ине, тим.

«...Әллеү, тим, әхирәт, хәлең нисек?» Теге апайҙың тотош автобусҡа һыймаҫ тауышы әле булһа ҡолағымда яңғырап киткәндәй була.
Читайте нас: