Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2019, 21:37

Өләсәйем васыяттары

Ал таңдарҙы, балаҡайым, бисмилла менән башла, Аш менән яуап бирәләр аылған яуыз ташҡа. Йоҡларға талған саҡта рәхмәт уҡы Хоҙайға, Ҡөҙрәте уның һәр ҡайҙа, хатта бөртөк бойҙайҙа.

Ал таңдарҙы, балаҡайым, бисмилла менән башла,
Аш менән яуап бирәләр аылған яуыз ташҡа.
Йоҡларға талған саҡта рәхмәт уҡы Хоҙайға,
Ҡөҙрәте уның һәр ҡайҙа, хатта бөртөк бойҙайҙа.
Иртән торғас, урының йый, шайтан аунап ятмаһын,
Үҙҙәренә етмәҫ аңдыһиңә бер кем һатмаһын.
Ашағас та һауытыңды йыу – шайтан ялап ҡуймаһын,
Сама белеп һөйлә һүҙҙе – һине кеше тыймаһын.
Мыжыҡ булма, илаҡ булма, өйҙөң ҡотон ебәрмә,
Үпкәләрҙе һөйлә, балам, бары иҫкән елдәргә.
Таңдар менән, балаҡайым, Хоҙайҙан бәхет һора,
Насар төштәр күрһәң дә гел, яҡшыға ғына юра.
Рәхмәт уҡы Хоҙайға, тыныс таңдар атҡанға,
Күҙең асып кинәнеп яңы көнгә баҡҡанға.
Дөрөҫ һүҙҙәр һөйлә, балам, ялғанды Хоҙай һөймәй,
Хоҙай һөймәгән әҙәмгә, бел, балам, бәхет теймәй.
Кеше йәшен алма, балам, уйлап һөйлә һүҙеңде,
Был донъяла көслө түгел, еңә, бала, түҙемле.
Көйөнөстәр – ҡайғы түгел, түҙемлегеңде юйма,
Йырлап та ал, илап та ал, һағышты эскә йыйма.
Ҡамыр ҡуйһаң, йырлап ҡуй, йырлы ризыҡ тик йый,
Табын әҙерләгән мәлдә уйлай күрмә ҡара уй.
Уйла һәр саҡ изге уй!!
Читайте нас: