27 ноябрҙә республиканың йәмәғәт транспорты һәм транспорт инфраструктураһы логотибын, фирма стилен әҙерләү өсөн һатыулашыу тамамланды.
Һатыулашыу барышында контракттың хаҡы 3,5 миллион һумдан 175 мең һумға тиклем төштө, тип хәбәр итә республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты сайты. Республиканың йәмәғәт транспортын «Башҡортостан транспорты» бренды менән биҙәү планлаштырыла.
Аукционда ун ғариза ҡатнашты. Еңеүсене, ғаризаларҙың икенсе өлөшөн контракт системаһы тураһында ҡануниәт талаптарына тап килеүен ҡарағандан һуң, өс көн эсендә билдәләйҙәр.
Брендбук төҙөүсегә брендты күрһәтеү буйынса ғилми яҡтан нигеҙләнгән тәҡдимдәр, күсмә составты һәм ер өҫтө инфраструктураһын (автобус, троллейбус, трамвай, электричка, велосипедтар, такси, йылға һәм транспорты), биҙәүгә, шулай уҡ транспорт хеҙмәткәрҙәренә талаптар әҙерләргә кәрәк.
Заказсылар хәбәр итеүенсә, яңы фирма стиленең бурысы – республика инфраструктураһы контексында Башҡортостан транспортын айырып күрһәтеү һәм уның барыһы ла танып торған образын булдырыу. Фирма стиленең нигеҙендә – үҙенсәлекле башҡорт тамғаһы.
Брендинг һәм сайттарҙы үҫтереү агентлығы етәксеһе Дмитрий Эйгенсон билдәләүенсә, бындай проектты маркетолог, арт-директор, бренд-дизайнер һәм проект менеджеры командаһы ике айҙа эшләй. Бынан алда ул 3,5 миллион һум тип билдәләнгән хаҡты юғары тип атағайны.