Конгэк
-26 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Хөрмәтле гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Декабрь 2019, 14:07
Башҡортостандан 200 егет хәрби хеҙмәткә оҙатылды
Өфөнән хәрби эшелон составында 200 егет хеҙмәт итеү урындарына юлланды. Оҙатыу сараһында республика хөкүмәте, хәрби комиссариат, йәмәғәт һәм дини ойошмалар вәкилдәре, шулай уҡ буласаҡ һалдаттарҙың туғандары һәм дуҫтары ҡатнашты.
Өфөнән хәрби эшелон составында 200 егет хеҙмәт итеү урындарына юлланды. Оҙатыу сараһында республика хөкүмәте, хәрби комиссариат, йәмәғәт һәм дини ойошмалар вәкилдәре, шулай уҡ буласаҡ һалдаттарҙың туғандары һәм дуҫтары ҡатнашты.
Поезд Владивостокка тиклем бара. Юлда хәрби эшелонға тағы бер нисә йөҙ кеше ултыра. Бойороҡҡа ярашлы, уларҙың бер өлөшө хәрби хеҙмәт үтеү өсөн Новосибирскиҙа һәм Себерҙең, Алыҫ Көнсығыштың башҡа ҡалаларында төшөп ҡала.
«Бер йыл биҙ тиҙ уҙып китер. Һеҙгә 12 ай буйына лайыҡлы хеҙмәт итеүегеҙҙе теләйем. Өйөгөҙгә имен-һау әйләнеп ҡайтығыҙ», — тине Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары урынбаҫары Рәмил Баһауетдинов.
«Беренсе эшелондан яңы хеҙмәткә алыныусылар Алыҫ Көнсығышта ҡоро ер ғәскәрҙәренә ебәрелә. Дөйөм алғанда, егеттәрҙең күбеһен Көнбайыш хәрби округына оҙаталар. Көҙгө саҡырылыш осоронда Башҡортостандан бөтәһе 5 меңләгән кеше хәрби хеҙмәткә алына», — тип хәбәр иттеләр Үҙәк хәрби округының матбуғат хеҙмәтенән.
http://www.bashinform.ru/news/1384597-iz-bashkirii-k-mestam-neseniya-sluzhby-otpravilis-200-novobran...
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит